

Ғөмүмән, Иҫке Ҡаҙансы ауыл китапханаһында сәләмәт тормошто пропагандалауға йыл әйләнәһенә фәһемле саралар үтеп тора. Бына бөгөн дә, Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнөндә, бик яҡшы сара ойошторған Гөлфинә Ҡәтифйән ҡыҙы.Тәжрибәле китапханасы ауылда ғүмер буйына тәмәке тартмаған, сәләмәт тормош алып барған кешеләрҙән видеомөрәжәғәт яҙҙырып, социаль селтәргә һалған.
- Беҙҙең ауылда тәмәке тартмаған, бына тигән тормош көткән, төрлө етәксе урындарҙа эшләгән, йәш быуынға өлгө булырҙай ир-егеттәр күп. Мәҫәлән, ауыл Советы рәйесе лә, совхоз директоры ла булып эшләгән Дамир Миңнулла улы Шәйесламов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре Рәит Ағзам улы Дихин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Баян Ғилемхан улы Шәйхуллин, хөрмәтле аҡһаҡал, бар ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған мәғариф ветераны Ансар Солтан улы Солтанов, ауыл биләмәһе башлығы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Ринат Тимерхан улы Ҡыямов, бөгөн район хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләгән ауылдашыбыҙ Мансур Әлфрис улы Нуриәхмәтов, ауыл биләмәһе башлығы Илдар Фәрит улы Динисламов һәм башҡалар. Был исемлекте әллә күпме дауам итергә була. Уларға алмашҡа килгән уҡытыусылар һәм етәкселәр ҙә тәмәке тартмай. Шуға ошо тәмәке тартмаған кешеләрҙән тәмәкеһеҙ тормоштоң өҫтөнлөгөн әйттерәһе килде. Бәлки бер нисә тәмәке тартыусы булһа ла ошо насар ғәҙәттән ҡотола алыр, тигән маҡсатта эшләнде был эш. Ауыл фелдшерҙары менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Лилиә Ғайсина менән Ләйсән Ғафуръянова ла тәмәке тартыуҙың сәләмәтлеккә зыяны тураһында халыҡҡа видеомөрәжәғәт әҙерләне, - тип һөйләне онлайн сара тураһында Гөлфинә апай Исламова.


Наилә Имаева.