Йәнтөйәк
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
16 Ноября 2020, 10:20

"Башҡортса тиҙәйткестәр"

Балалар араһында иғлан ителгән конкурс шулай атала. Уны Республика халыҡ ижады үҙәге ойоштора.

Шарт буйынса башҡортса тиҙәйткес әйтеп видеоға яҙҙырып, 14 декабргә тиклем социаль селтәргә һалырға кәрәк. "#БашҡортсаТиҙәйткестәр #БашкиркиеСкороговорки #РеспубликанскийЦентрНародногоТворчества #РЦНТ #МКРБ #УфаРЦНТРБ хештегын ҡуйыу мотлаҡ. Һуңынан биш ҡатнашыусы һайлап алынып, улар араһында тауыш биреү ойошторола. Еңеүселәргә бүләктәр тапшырыласаҡ", - тип хәбәр итә Республика халыҡ ижады үҙәге үҙенең "Бәйләнештә" селтәрендәге диуарында. Конкурс, әлбиттә, Башҡорт теле көнөнә арнап үткәрелә.
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
https://yanshishma.rbsmi.ru/articles/b-ygel-r/Bash-ortsa-ti-ytkest-r-543700/
Читайте нас