Һәр йылды күпләп ҡаҙ бәпкәләре алып ҡараусы Наилә Ғәбдрәшитова быйыл да 50 ҡаҙ үҫтергән. Һәм бына көндәр һалҡынайтып, ер өҫтөн ҡар ҡаплағас, ҡаҙҙарҙы салып йолҡоу өсөн үҙе һымаҡ уңған хужабикәләрҙе өмәгә йыя. “Ҡаҙ өмәһе”н йола шарттарына ярашлы үткәрергә Наилә Мөхлис ҡыҙына Петропавловка ауыл биләмәһе хакимиәте, Петропавловка, Ҡыйғаҙы ауыл мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре ярҙам итә.