Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
13 Ноября 2020, 14:10

«Барыһына ла сикһеҙ рәхмәт!”

Йыйылған әйберҙәр янғындан зыян күреүсе Ҡазыхановтар ғаиләһенә тапшырылды.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сөйөш ауылында йәшәүсе Гөлүсә һәм Ринат Ҡазыхановтар ғаиләһенә кисә ҙур бәлә килде. Янғын һөҙөмтәһендә өс бала тәрбиәләгән ғаилә ҡыш көнөндә йорт-ҡаралтыһыҙ, кейемһеҙ тороп ҡалды. Райондаштарыбыҙ ауыр хәлдә ҡалған ғаиләгә хәлдәренән килгәнсә тиҙ арала ярҙам ҡулы һуҙҙы. Бөгөн төшкә тиклем «Ғаилә» үҙәгенә хужалыҡ тауарҙары, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, һауыт-һаба һәм башҡа кәрәк-яраҡтар килтерҙеләр. Аҡсалата ярҙам күрһәтеүселәр ҙә булды.

Ғаилә” үҙәге етәксеһе Инзилә Рауфан ҡыҙы менән “Социум” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе Рәйсә Рәшит ҡыҙы йыйылған әйберҙәрҙе Сөйөшкә ҡаза күргән ғаиләгә алып барып тапшырҙы.

Әлегә Ҡазыхановтар ваҡытлыса күршеләре Илһөйәр Нәжметдинова йортонда йәшәй.

- Беҙгә ауыр саҡта ярҙам күрһәтеүсе һәр кемгә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ҡыш башланып торғанда бер нәмәһеҙ урамда ҡалыу, әлбиттә, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҡайғы. Ләкин ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың күп булыуы алдағы көнгә ышаныс бирә, - тип райондаштарыбыҙға күҙ йәштәре аша рәхмәт белдерә социаль хеҙмәткәр булып эшләүсе өс бала әсәһе Гөлүсә Гөлүм ҡыҙы.

Ҡазыхановтар ғаиләһенә ярҙам итергә теләүселәр әйберҙәрен “Ғаилә” үҙәгенә килтерә ала. Ундағы белгестәр әйтеүенсә, бөгөн көн оҙоно биренән мәрхәмәтле, изге күңелле кешеләр өҙөлмәй.

Наилә Имаева.

Читайте нас