Йәнтөйәк
+11 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
12 Ноября 2020, 12:35

Изге күңелле шәфҡәт туташы

Руфина Ғәлиханова кеүек көслө рухлы, түҙем, изге күңелле кешеләр генә хеҙмәттәштәренең һәм пациенттарҙың ышанысын һәм хөрмәтен яулап, һөнәрҙәренә тоғро ҡала.

Шәфҡәт туташы һөнәре һәр дәүерҙә лә яуаплы, ауыр һәм алмаштырғыһыҙ булып ҡала. Әлеге коронавирус пандемияһы ваҡытында бигерәк тә. Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһы шәфҡәт туташы Руфина Ғәлиханова кеүек көслө рухлы, түҙем, изге күңелле кешеләр генә хеҙмәттәштәренең һәм пациенттарҙың ышанысын һәм хөрмәтен яулап, һөнәрҙәренә тоғро ҡала.
Руфина Сәләхетдин ҡыҙы — 40 йыл хеҙмәт стажы булған тәжрибәле белгес. Көндәлек эшендә үҙен һәр ваҡыт юғары квалификациялы һәм оҫта хеҙмәткәр итеп күрһәтә ул. Иң мөһиме — пациенттарға һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө һәм мөләйем. Намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы һәм район кимәлендәге рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Руфина Ғәлиханова бөгөнгө пандемия шарттарында эшләү үҙенсәлектәре тураһында һөйләй.
— Мин неврология, наркология, паллиатив һәм гинекология бүлектәрендә процедуралар яһау шәфҡәт туташы булып эшләнем. Апрель айынан инфекция-провизор госпиталенә эшкә күсерелдем. Төп эшем — пациенттарға терелергә ярҙам итеү. Төп бурыс бөгөн — үҙеңде һәм яҡындарыңды хәстәрләү генә түгел, ауырыуҙарҙы ла ҡарау. Уларҙың һәр береһенең хәленә инергә, ҡайғыларын, борсолоуҙарын уртаҡлашырға кәрәк. “Ашығыс ярҙам” машинаһы менән килтерелгән ауырыуҙар төрлө хәлдә була: кемдер иҫен юғалтҡан, кемдер бик ауыр. Үҙ эшебеҙҙе еренә еткереп башҡарырға тырышабыҙ: уколдар, системалар ҡуябыҙ, хәлдәрен белешәбеҙ. Көн дә медицинаның төрлө өлкәһендә бер яңылыҡ беләһең, шулай итеп тәжрибә туплана. Пандемия шарттарында эшләү үтә лә иғтибарлы һәм һаҡсыл булыуҙы талап итә. Бында хаталанырға ярамай, — ти ул.
Руфина Сәләхетдин ҡыҙы әйтеүенсә, барлыҡ шәфҡәт туташы ла башҡарған эшенә намыҫлы, яуаплы, ә әлеге пандемия хәленә аңлап ҡарай, барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәй. Уларҙың һәр береһе кешеләрҙе коронавирус инфекцияһынан һаҡлау, терелтеү өсөн кәрәкле сараларҙың барыһын да эшләй.
Ғаилә хәленә килгәндә, Руфина Ғәлиханова тормош иптәше Фаил Ғабдулла улы менән Ҡариҙел ауылында йәшәй, ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Оло улдары Рәмзис Өфөлә йәшәй, юрист булып эшләй, ә кесеһе Илдар БДУ-ның юридик факультетында белем ала.
Люция Карамова.
Ҡариҙел районы.
Читайте нас