Йәнтөйәк
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
12 Ноября 2020, 12:20

Асҡын егете — чемпион!

Яҡташыбыҙ Сербиялағы Нови-садта самбо буйынса чемпионатта һәм донъя беренселегендә ҡатнашып, үҙ ауырлыҡ үлсәмендә беренсе урын яуланы һәм алтын миҙалға лайыҡ булды.

Асҡын егете Фирзан Дилмиев бөтә донъяға үҙен танытты. Яҡташыбыҙ Сербиялағы Нови-садта самбо буйынса чемпионатта һәм донъя беренселегендә ҡатнашып, үҙ ауырлыҡ үлсәмендә беренсе урын яуланы һәм алтын миҙалға лайыҡ булды. Был сарала Рәсәй командаһы 10 миҙал яуланы.
Фирзан беренсе тапҡыр самбо түңәрәгенә алты йыл элек килә. Әлбиттә, ул саҡта бындай юғары үрҙәргә күтәрелермен, тип уйламай. Тренировкаларҙа етди шөғөлләнгән малай спорттың был төрөн үҙ итә һәм тора-бара самбо уның тормош мәғәнәһенә әйләнә. Фирзан үҙ алдына ҙур маҡсаттар ҡуя һәм тырышлығы, ныҡышмалығы менән уларға ирешә. Һәр көрәш барышында алымдарҙы ентекле өйрәнеп, оҫталығын арттыра, тәжрибә туплай. Шулай ышаныслы аҙымдар менән еңеүҙәрҙән еңеүҙәргә бара.
2019 йылдың сентябренән Фирзан Сыуашстан Республикаһының В.М. Краснов исемендәге Чебоксар олимпия резервы училищеһында уңышлы уҡый. Асҡындан сығып киткәндән алып, яҡындары, туғандары, дуҫтары уның самбо буйынса яңы ҡаҙаныштарын иғтибар менән күҙәтеп бара. Фирзандың уңыштарына Сыуашстан Республикаһы Башлығы кубогына турнирында, Чебоксар ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй Беренселегендә еңеүҙәре өҫтәлде. Спорт мастерына кандидат бер нисә тапҡыр үҙ титулын раҫланы. Сербияла үткән чемпионатта асҡындар тын ҡалып Фирзандың сығышын ҡараны һәм алтын миҙал яҡташыбыҙҙа икәнлеген аңлағас, туҡтамай “ура” ҡысҡырҙы. Фирзандың донъя беренселегендә алтын миҙал яулауы тураһындағы яңылыҡ йәшен тиҙлеге менән илебеҙ буйлап таралды. Яҡташыбыҙ өсөн ҙур ғорурлыҡ кисерҙек.
— Беренсе тренерҙарым Руслан Аббязовҡа һәм Илһам Нурмөхәмәтовҡа рәхмәтлемен. Нәҡ улар етәкселегендә тәүге еңеүҙәремде яуланым, үҫмерҙәр разрядтары алдым һәм самбо буйынса спорт мастерына кандидат булдым. Уларҙың мине һәр саҡ дәртләндереп, сәмләндереп тороуы, туғандарымдың һәм яҡындарымдың ярҙамы миңә ышаныс өҫтәне. Бөгөн спортта бейеклектәр яуларға Вячеслав Пегасов та ярҙам итә, — тип барыһына ла рәхмәттәрен белдерҙе йәш чемпион.
Наилә Имаева.
Читайте нас