Йәнтөйәк
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Ноябрь 2020, 18:20

ҘУР БӘЛЕШ

Ҡамыры тәмле, ә эслеге һутлы ғына!

ҠАМЫР: 4 ҡалаҡ ҡаймаҡ + 200 гр. аҡ май + ярты стакан ойоған һөт (кефир) + 2 ҡалаҡ көнбағыш майы + бер балғалаҡ тоҙ + 1 йомортҡа + ярты балғалаҡ сода + он = барыһын бергә болғап, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға.

ЭСЛЕК: 500 гр. ваҡ итеп туралған үрҙәк (өйрәк) ите + 5-6 эре бәрәңге + 2-3 баш һуған + тоҙ + борос + тәмлекәстәр = барыһын да ваҡ ҡына итеп турап, болғатырға.

ҺУРПА: 50 гр. һыу + ус аяһындай ҡаҙ майы + семтем тоҙ = ҡайнатырға. Бәлеш бешеп сығыр алдынан өҫтәге "ҡапҡасын" асып һурпа ҡойорға. 180 градус мейестә 1,5 -2 сәғәт бешә. Бер сәғәт бешкәндән һуң, өҫтөн пергамент ҡағыҙ менән ҡаплап ҡуйһағыҙ ҙа була - көймәҫ.

Аштарығыҙ тәмле булһын, дуҫтар!
https://vk.com/wall56794643_21738?w=wall56794643_21738
Читайте нас