Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
11 Ноября 2020, 10:55

Телһөйәрҙәрҙе ҡотлайбыҙ!

Ҡарткиҫәк мәктәбе уҡыусылары Башҡорт теле йылына арналған район-ара ғилми-ғәмәли конференцияла 1-се урынға лайыҡ булды! Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы уҡыусылар араһында Башҡорт теле йылына арналған дистанцион фәнни-ғәмәли конференция ойошторғайны. Унда Асҡын районынан да уҡыусылар әүҙем ҡатнашты. Телһөйәрҙәр тикшеренеү эштәрен дүрт йүнәлештең береһенә яҙҙы: "Башҡорт теле - ата-бабам теле", "Минең шәжәрәм", "Беҙҙең райондан сыҡҡан башҡорт халҡының күренекле шәхестәре", "Тыуған яғым топонимдары".Иң уңышлы эштәр авторҙарына министрлыҡтың дипломдары һәм бүләктәре тапшырыласаҡ. Еңеүселәр араһында Ҡарткиҫәк мәктәбе уҡыусылары ла бар!"Тыуған яғым топонимдары" йүнәлешендә — 10-сы класс уҡыусыһы Юлай Хәйруллин, "Башҡорт теле - ата-бабам теле" йүнәлешендә 8-се класс уҡыусыһы Вилназ Ахунов 1-се урын яуланы.— Вилназ да, Юлай ҙа яҡшы уҡый. Бик тырыштар, әүҙемдәр, мәктәптә, ауылда үткән сараларҙа һәр саҡ ихлас ҡатнашалар. Уҡыусыларыбыҙҙы уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да шулай сәмләнеп, рухланып алға барыуҙарын теләйбеҙ! — тине уҡытыусылары Руфина Фәлғәт ҡыҙы Мостафина. Наилә Имаева.

Ҡарткиҫәк мәктәбе уҡыусылары Башҡорт теле йылына арналған район-ара ғилми-ғәмәли конференцияла 1-се урынға лайыҡ булды!
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы уҡыусылар араһында Башҡорт теле йылына арналған дистанцион фәнни-ғәмәли конференция ойошторғайны. Унда Асҡын районынан да уҡыусылар әүҙем ҡатнашты. Телһөйәрҙәр тикшеренеү эштәрен дүрт йүнәлештең береһенә яҙҙы: "Башҡорт теле - ата-бабам теле", "Минең шәжәрәм", "Беҙҙең райондан сыҡҡан башҡорт халҡының күренекле шәхестәре", "Тыуған яғым топонимдары".
Иң уңышлы эштәр авторҙарына министрлыҡтың дипломдары һәм бүләктәре тапшырыласаҡ. Еңеүселәр араһында Ҡарткиҫәк мәктәбе уҡыусылары ла бар!
"Тыуған яғым топонимдары" йүнәлешендә — 10-сы класс уҡыусыһы Юлай Хәйруллин, "Башҡорт теле - ата-бабам теле" йүнәлешендә 8-се класс уҡыусыһы Вилназ Ахунов 1-се урын яуланы.
— Вилназ да, Юлай ҙа яҡшы уҡый. Бик тырыштар, әүҙемдәр, мәктәптә, ауылда үткән сараларҙа һәр саҡ ихлас ҡатнашалар. Уҡыусыларыбыҙҙы уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да шулай сәмләнеп, рухланып алға барыуҙарын теләйбеҙ! — тине уҡытыусылары Руфина Фәлғәт ҡыҙы Мостафина.
Наилә Имаева.
Читайте нас