Йәнтөйәк
+11 °С
Ясно
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
11 Ноября 2020, 09:25
Эш урынында һәләк булған...
Был ваҡытта техник-лаборант егет асфальт бетонынан өлгөләр алып йөрөгән.
Дыуан районында ошо көндәрҙә 31 йәшлек эшсе егет машина аҫтында ҡалып һәләк булды. Фажиғә Кропачево –Мәсәғүт – Әшит юлының 75-се километрында була.
ЮХХДИ билдәләүенсә, “ГАЗель” машинаһында 35 йәшледитель тәүҙә егетте тапай, һуңынан "УАЗ" машинаһы менән бәрелешә. Был ваҡытта “Башкиравтодор” ойошмаһында эшләгән техник-лаборант асфальт бетонынан өлгөләр алып йөрөгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле тормош юлы башланып ҡына торған егеттең ғүмере аяныслы өҙөлә, алған яраларҙан ул шунда уҡ йән бирә.
Башҡортостандың Хеҙмәт дәүләт инспекцияһы хәлде тикшереп, аяныслы хәлдең сәбәптәрен асыҡлай.
Фото интернеттан.
Автор: Миләүшә Сайтакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Esh-urininda--l-k-bul-an-538598/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"