Йәнтөйәк
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
9 Ноября 2020, 06:15

Ун дүрт кеше ауыр хәлдә

Кисә коронавирустан вафат булған кеше Ханты-Мансийск ҡалаһынан булғанлығы мәғлүм. Һандарға килгәндә...

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 101 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 11547-гә етте. Һауыҡҡандар – 10 754 (һуңғы тәүлектә 78 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 60.
Кисә вафат булған пациентҡа килгәндә, ул 1964 йылғы, Ханты-Мансийск ҡалаһынан. Гипертония, аорта атеросклерозы сирҙәренән яфаланғаны мәғлүм.
Башҡортостан стационарҙарында – 261 (шул иҫәптән 14 кеше ауыр хәлдә, дүртәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 472 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 447 663 тикшереү үткәрелгән, 1 399 357 кеше тикшерелгән. Һуңғы тәүлектә 11 818 тикшереү үткәрелгән.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 273 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 245 кеше дауахананан сығарылған.
Фото: ria.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Un-d-rt-keshe-auir-h-ld-534754/
Читайте нас