Тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеүсе Ләйлә Насртдинова китап уҡырға ярата. “Иң һәләтле китап уҡыусы” республика конкурсының муниципаль этабында ла ул ҙур теләк менән ҡатнаша. Бәйгенең төп шарты – Башҡортостан Республикаһы яҙыусыларының үҙеңә оҡшаған әҫәре тураһында ҡалғандарҙы ла ҡыҙыҡтырырлыҡ итеп һөйләп, башҡорт телендә видеояҙма әҙерләргә. Ләйлә Талха Ғиниәтуллиндың “Мәтрүшкә еҫе” әҫәрен һайлаған.
-Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин – тыуған еренең гүзәллеген, ғәзиз халҡының күркәм рухи донъяһын, милли йөҙөн, күңел хазинаһын бөтә донъяға танытҡан оло әҙип. Миңә бигерәк тә уның “Мәтрүшкә еҫе” хикәйәһе оҡшаны. Унда әсә менән бала мөнәсәбәте, уларҙың бер-береһенә яратыу, ихласлыҡ, ярҙамсыл булыу сифаттары яҡтыртыла. Мәтрүшкә – тыуған ерҙең биҙәге. Мәтрүшкә еҫе күңелде байыта, сафландыра, йәшәү шатлығы уята. Әҫәрҙә тормош мәшәҡәттәренә сумып, әсәһенең тере кеше булыуын онотоп йөрөгән Хәйбулланың хистәрен мәтрүшкә еҫе яңырта. Был әҫәр беҙгә әсәйҙәребеҙгә ҡарата һәр саҡ иғтибарлы, ихтирамлы, рәхмәтле, мәрхәмәтле булырға кәрәклеген тағы ла бер иҫкәртә һымаҡ, - ти Ләйлә.
Китап – белем шишмәһе, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Китап уҡырға яратҡан уҡыусыларҙың өлгөрөш сифаты ла, һөйләм телмәре лә юғары. Улар диктанттарҙы ла хатаһыҙ яҙа. Китап уҡыу телде байыта, хәтерҙе яҡшырта, мәҙәнилекте үҫтерә.Телһөйәр ҡыҙға ”афарин!”дан башҡа һүҙ ҙә юҡ!