Был конкурстың да маҡсаты изге: ғаиләлә ата-әсә менән бала араһында үҙ-ара аңлашыу, һөйөү тәрбиәләү; балаларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү, һәләттәрен үҫтереү, уларҙа изгелек, намыҫ, сабырлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш кеүек матур сифаттар тәрбиәләү.
Һәр башланғысты күтәреп алып, уға яңы һулыш бирергә әҙер торған солтанбәктәр был конкурста ла ихлас ҡатнаша.
Алһыу Фәрәхова ҡыҙы Эмилия менән Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма мине, әсәй!» повесы буйынса буктрейлер төҙөгән.
- Китап- ул үҙе мөғжизәле донъя. Айгиз Баймөхәмәтовтың ошо бәләкәй генә китабы илебеҙ өҫтөндәге ҙур проблеманы күрһәтте. Уйландырҙы ла, илатты ла. Тормошта дөрөҫ юл табырға, кешелекле бер-береңә мәрхәмәтле булырға өндәй был әҫәр, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Алһыу Фәзнәүи ҡыҙы.
Зилә Исламова ла улы Камил менән бик матур, мауыҡтырғыс буктрейлер төҙөгән. Төрлө тәжрибәләр, эксперименттар үткәргән Камил энциклопедия уҡып, белемен камиллаштырырға ярата. Был юлы улар «Өлкәндәр һәм балалар өсөн йөҙ ғилми тәжрибә» тигән китап буйынса буктрейлер төҙөгән.
Солтанбәктәрҙең ижад емештәре менән видеояҙмаларҙы ҡарап таныша алаһығыҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәм, буктрейлер инглиз теленән «бук» (вook) – китап, «трейлер» (trailer) китаптың иң сағыу мәлен яҡтыртҡан ҡыҫҡа видеояҙма (реклама) тигәнде аңлата. Был, тәү сиратта, әҫәрҙең сюжет һыҙығына, геройҙарына иғтибар йәлеп итерҙәй, ҡыҙыҡлы реклама булырға тейеш. Буктрейлер төҙөү – китапты заманса күҙаллау, уның видеоформаттағы аннотацияһы ул. Уны ҡарағас, кешелә китап уҡыу теләге уянырға тейеш.