

Ирина Мәғәфүрова Солтанбәк урта мәктәбендә 8-се класта белем ала. Яҡшы билдәләргә өлгәшеүе менән бер рәттән, Ирина төрлө сараларҙа ихлас ҡатнаша. Китап уҡырға яратҡан ҡыҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалия Марат ҡыҙы Факкарова етәкселегендә «Биишева уҡыуҙары» республика фәнни-ғәмәли конференцияһында ла үҙ көстәрен, белемдәрен, һәләттәрен һынай. Улар мәктәп директоры Алһыу Фәзнәүи ҡыҙы Фәрәхова менән бергәләп яҙыусының “Кәмһетелгәндәр” романы буйынса буктрейлер төҙөп ебәрә.
Әйткәндәй, Ирина үткән йыл Башҡорт теле көнөнә арналған "Башҡорт телен яратам" интернет-конкурсында ла ҡатнашып, “Мин башҡортса уҡыйым” номинацияһында 1-се урынға лайыҡ булғайны. Ул саҡта телһөйәр ҡыҙ Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” повесына рецензия яҙғайны.


Наилә Имаева.