“Зәүхиә, яҡын танышымдың хәле бик мөшкөл. Короновирус эләктергән. Антибиотикар ярҙам итмәгән. Курс үткән дә больницанан өйгә ҡайтарғандар. Көскә тын алып ята. Неужели китә инде? 54 кенә йәш. Үҙе шундай һәйбәт ҡатын. Зинһар өсөн берәр кәңәш бир. Нисектер ярҙам итеп булмаймы?” - тип миңә спорт буйынса таныш инструктор ҡатын шылтыратты. Бындай ғөзөрлө үтенестәрҙе көндә тигәндәй ишетеп торам, ҡыҙғанысҡа. “ Ул ҡатынға кем булһа ла килеп минән әрем алып китһен,”- тинем. Ярты сәғәттән ҡустыһы килеп тә етте. Маска кейгән был егеттең апайы өсөн ныҡ борсолғаны күренеп тора. Маскаһы менән ярты битен ҡаплаған. “Апайым янында булдым. Контакттамын, уға ярҙам итмәйенсә булмай. Шуға Һеҙҙең янға маска кейеп килдем,”- тине. Битараф булмауы, изге күңелле кеше булыуы йөҙөнә сыҡҡан был йәш ир – атҡа әремде нисек итеп эсергә өйрәттем. Үҙенә лә профилактика өсөн эсә башларға һөйләштек. Ярты сәғәттән хәлһеҙ генә тауыш менән апайы үҙе шылтыратты. Ярты стакан ҡайнар һыуға 10 – 15 бөртөк сәскәһен һалып, 10 минут тирәһе ҡаплап тоторға һәм һөҙөп эсергә ҡуштым. Аллергияһы булмауы һәйбәт, булған осраҡта әҙләп - әҙләп барыбер эсергә кәрәк. Башта ике - өс сәғәт һайын эсергә, вирустың үрсеүен һәм үпкәне ҡыйратыуын туҡтатырға кәрәклеген аңлаттым. Ике сәғәт һайын 5-6 тапҡыр эскәс, көнгә өс тапҡыр эсергә ҡалдырырға, хәл һәйбәтләнә башлағас, икегә ҡалдырырға. Бөтөнләй һауығыу этабы башланғас, профилактика өсөн көнгә бер тапҡыр эсеп тороу кәрәклеге тураһында аҫһыҙыҡлап әйттем. Әрем эскән аралыҡта һарымһаҡ турап йылы һыу менән эсеү, үҙҙәре һыҡҡан 2 – 3 лимон һәм бер апельсин, сөгөндөр һәм морковь һутын һығып эсеү тиҙерәк организмға С витаминын күпләп индерә һәм ул вирустың үҫеүен һәм таралыуын туҡтатыуын аңлаттым. Был һуттарҙы уға тиҙерәк яһап эсертә лә башланылар. Шулай уҡ ҡанға ҡуйырырға бирмәй был эсемлектәр. Ҡан нормаль хәлдә булһа, капиллярҙар буйлап кәрәкле витаминдар бөтөн ағзаларға тиҙ тарала, әремдең дә көсө бөтөн ағзаларға тиҙ барып етә. Бигерәк тә үпкәгә һәм тын юлдарына тиҙ ярҙам кәрәккәнен оноторға ярамай. Унда күпләп үрсеп ятҡан вирусҡа ныҡлы һөжүм башлана һәм улар беҙгә зыян һалыуҙан туҡтай башлайҙар. Йәғни үрсемәй башлайҙар. Был хәлдән һуң бөгөн ете көн булды. Мин ҡатындың хәлен һораштым. Тын алыуы еңелләшеүен, хәле әйбәтләнә башлауын әйтте. Был ҡатынға ярҙам итергә үтенес менән шылтыратҡан инструктор үҙенең дә ҡурҡып йәшәүен, корновирустан нисек профилактика яһарға кәрәк икәнен бөгөн шылтыратып һорашты. Иң беренсе профилактика өсөн дә һәм ауырып киткән осраҡта ла сәй ҡайнарлығында әрем төнәтеп эсеүҙән башлайбыҙ. Үләндәрҙең батшаһы - ӘРЕМЕБЕҘГӘ ДАН! Тажлы зәхмәт уның алдында ҡалтыранып бөгөлөп килеп төшә. Еребеҙҙең бөтөн файҙалы көсөн үҙенә һеңдергән ӘРЕМДЕҢ шифалы көсөн өҫтә яҙып киткән генә ҡатын түгел, Башҡортостан ерлегендә йәшәп ятыусы бик күп кешеләр, минем туғандарым, таныштарым, таныш түгелдәр ҙә тойҙолар, уны эсеп ваҡытында үҙҙәренә ярҙам иттеләр, дауам итәләр.
Аллаһы Тәғәлә әремде бөтөн ерҙә мулдан үҫтерҙе. Эҙләп әллә ҡайҙа барырға кәрәк түгел. Ҡапҡа төптәрендә генә түгел, ишек алдарында ла хуш еҫен таратып үҫә ул. Эйе, бары тик әле һаман да үҙебеҙҙең ерлегебеҙҙә беҙҙең өсөн тип көнө - төнө файҙалы элементтарҙы һурған үләндәргә күҙ һалырға онотоуыбыҙ ҡыҙғаныс. Яҙ көнө үк был тажлы зәхмәт сире башланды. Был сир көҙ көнө әйләнеп ҡайтасағын алдан уҡ яҙып торҙолар, иҫкәрттеләр Тик бына ошо оҙон йәй айында ла әремде йыйып киптермәүебеҙ - беҙҙең үҙебеҙҙең сәләмәтлеккә, ғүмеребеҙгә ҡарата битараф булыуыбыҙҙың күрһәткесе.Тағын күбебеҙҙең бер ус ҡына ла әрем йыйып киптермәүе билгеле булды.
Ситтә йәшәһәм дә, Башҡортостанда барған ваҡиғаларға ла күҙ һалып, уҡып барам. Ҡайһы бер райондарҙа вирус арҡаһында хәлдәрҙең киҫкен булыуы тураһында яңылыҡтар порталында яҙып торалар. Тимәк өҫтә яҙып киткән ханым урынында теләһә ҡайһыбыҙ ҡала алабыҙ. Әлбиттә, был сир барыбыҙ ҙа мине урап үтер тигән өмөт менән йәшәйбеҙ. Тик кинәт килеп яҡанан алып быуа башлаһа, юғалып та ҡалабыҙ. Нишләргә тип шул минутта ғына уйлана башлайбыҙ. Ә бит дошман тирә - яғыбыҙҙа йөрөй. Беребеҙ ҙә кеше булмаған необитаемый утрауҙа йәшәп ятмайбыҙ. Социум бит сирлеләр менән тулы. Вирус беҙгә терәлеп тигәндәй үтә. Тик кемдеңдер әле иммунитеты ныҡ. Йәйге йыйған витаминдар һаҡта торалар. Улар бит ҡыш көндәрендә кәмей башлайҙар. Эйе. Хәҙер ҡыш буйына магазинда витамин тулып ята. Тик йәйге муллыҡҡа етмәй инде. Вирус менән көрәшеү өсөн алдан уҡ ҡоралдарҙы әҙерләргә кәрәк.Килеп эләккәнен һиҙеү менән уны баҫа башларға, баш күтәрергә бирмәҫкә кәрәк. Әле анализдар бирергә кәрәк, башта иҫбатларға кәрәк тип ваҡытты һуҙмағыҙ. Хәҙер инде хет ниндәй вирус килеп эләккәнен һиҙеү менән үк( тамаҡ ауырта, томау төшөп тора. темп. күтәрелә, хәлһеҙлек һиҙелә, танау еҫ һиҙмәй, ашауға аппетит юҡ, ризыҡ тәмен һиҙмәйбеҙ, һ.б.) үҙебеҙгә тиҙерәк ярҙам итә башлау кәрәк. Это не самолечение!!! Әремдән, баландан, морковь һәм сөгөндөр согынан, лимондан, апельсиндан, һарымһаҡтан, һуғандан, ҡәнәферҙән бер кемгә лә зыян юҡ. Аллергия БУЛҒАН ОСРАҠТАН БАШҠА. Һанап киткән ризыҡтар беҙҙең ғүмеребеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн беренсе минуттан уҡ аяуһыҙ көрәшкә тотоналар. Бер рәттән анализдар биреү, табибтарға күренеү, уларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу зарур. Сәләмәт булығыҙ, яҡташтар! Үҙ иҫәнлегегеҙ өсөн яуаплылыҡты үҙ ҡулдарығыҙға алыу – үҙегеҙҙе һаҡлап ҡалыу мөмкинселеген бермә - бер арттыра.