Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
6 Ноября 2020, 05:15

Ижади ҡарашлы тәрбиәсе

Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Шәрипова “Беҙ балалыҡ иленән” республика конкурсында “Берҙәмлек беҙҙә” номинацияһында 1-се урын яулай.



Асҡын 2-се балалар баҡсаһында биш йылдан артығыраҡ эшләүсе ижади ҡарашлы тәрбиәсе “Башҡорт матрешкалары” тигән эшен бәйгегә алып бара. Конкурста барлығы 102 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы ҡатнаша, жюри ҡарамағына 366 эш тәҡдим ителә. Еңеүселәр “Уйнай-уйнай үҫәбеҙ”, “Йәгеҙ әле, балалар, түңәрәккә баҫығыҙ”, “Берҙәмлек беҙҙә” номинациялары буйынса билдәләнә.
- Мин тәүҙә башҡорт тирмәһен эшләнем. Уны тулыландырыу өсөн ошо башҡорт милли кейемдәрендәге матрешкаларҙы папье-маше техникаһын ҡулланып эшләнем. Шулай ярты йыл буйына ҡағыҙҙы йәбештереп, милли колоритлы матрешкалар яһаным. Улар барыһы бишәү, иң ҙурына ҡалғандарын тултырып һалып ҡуйырға ла була. Был башҡорт “һылыуҡайҙарын” эшемдә лә күргәҙмәлек итеп ҡулланам, - ти “Йыл тәрбиәсеһе- 2020” бәйгеһенең район турында еңеү яулаған тәрбиәсе Альбина Фәғәнәүи ҡыҙы.
Әйткәндәй, Альбина Шәрипова әле был бәйгенең республика этабына әҙерләнә. Тырыш, маҡсатсан райондашыбыҙҙы ижади бәйгелә еңеүе менән ҡотлап, алда үтәсәк “Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының иң яҡшы педагогы-2020” республика һөнәри конкурсында ла тик уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.
Читайте нас