Йәнтөйәк
+12 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
6 Ноября 2020, 10:25

БАШҠОРТ МИЛЛИ КЕЙЕМЕ ОҪТАЛАРЫНЫҢ ИҒТИБАРЫНА!

Башҡортостанда башҡорт милли кейеме оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсы иғлан ителде. Еңеүселәр ҡиммәтле приздар менән бүләкләнә, ә Гран-при эйәһенә -

300 мең һум тапшырыла! Проект тәүгә ойошторола.
Ғаризалар 30 ноябргә тиклем ҡабул ителә, һайлап алыу туры һәм конкурс эштәрен яҡлау — 1-5 декабрҙә, конкурсҡа йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе һәм призёрҙарҙы бүләкләү 14 декабрҙә була.
Ҡатнашыусыларҙың эштәре түбәндәге номинациялар буйынса баһалана: «Башҡорт милли кейеме – реконструкция», «Заманса авторлыҡ кейеме», «Балалар кейеме», «Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре», «Башҡорт кейеме аксессуарҙары».
Ғаризалар «Башҡорт милли кейеме 2020» билдәһе менән tamga.ufa@gmail.com электрон адресына ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8(347)272-36-50.
Сара милли кейемдең үҙенсәлекле ҡиммәттәренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас