Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
5 Ноября 2020, 13:20

Ҡотлайбыҙ!

Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Шәрипова “Беҙ балалыҡ иленән” республика конкурсында “Берҙәмлек беҙҙә” номинацияһында 1-се урын яулай.

Бирелә биш йылдан артығыраҡ эшләүсе ижади ҡарашлы тәрбиәсе “Башҡорт матрешкалары” тигән эшен тәҡдим итә.

Конкурста барлығы 102 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы ҡатнаша, жюри ҡарамағына 366 эш тәҡдим ителә. Еңеүселәр “Уйнай-уйнай үҫәбеҙ”, “Йәгеҙ әле, балалар, түңәрәккә баҫығыҙ”, “Берҙәмлек беҙҙә” номинациялары буйынса билдәләнә.

- Был матрешкаларҙы ярты йыл буйына эшләнем. Улар барыһы бишәү, иң ҙурына ҡалғандарын тултырып һалып ҡуйырға ла була. Был башҡорт һылыуҡайҙарын эшемдә лә күргәҙмәлек итеп ҡулланам, - ти “Йыл тәрбиәсеһе- 2020” бәйгеһенең район турында еңеү яулаған тәрбиәсе Альбина Фәғәнәүи ҡыҙы. Әйкәндәй, Альбина Шарипова әле был бәйгенең республика этабына әҙерләнә. Тырыш, маҡсатсан райондашыбыҙға тик уңыштар теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

Читайте нас