

Бирелә биш йылдан артыҡ эшләүсе ижади ҡарашлы тәрбиәсе “Башҡорт матрешкалары” тигән эшен тәҡдим итә.
Конкурста барлығы 102 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы ҡатнаша, жюри ҡарамағына 366 эш тәҡдим ителә. Еңеүселәр “Уйнай-уйнай үҫәбеҙ”, “Йәгеҙ әле, балалар, түңәрәккә баҫығыҙ”, “Берҙәмлек беҙҙә” номинациялары буйынса билдәләнә.
- Был матрешкаларҙы ярты йыл буйына эшләнем. Улар барыһы бишәү, иң ҙурына ҡалғандарын тултырып һалып ҡуйырға ла була. Был башҡорт "һылыуҡайҙарын" эшемдә лә күргәҙмәлек итеп ҡулланам, - ти “Йыл тәрбиәсеһе- 2020” бәйгеһенең район турында еңеү яулаған тәрбиәсе Альбина Фәғәнәүи ҡыҙы. Әйткәндәй, Альбина Шәрипова әле был бәйгенең республика этабына әҙерләнә. Тырыш, маҡсатсан райондашыбыҙға тик уңыштар теләйбеҙ!
Фотолар А.Шәрипованың архивынан алынды.
Наилә Имаева.