Йәнтөйәк
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
5 Ноября 2020, 08:20

Өфөлә Яңы йылға әҙерлек башланды

Өфөлә Салауат Юлаев майҙанында Яңы йыл байрамына әҙерлек башланды – яһалма пиксель шыршыһын ҡуя башланылар.

Әлеге мәлдә баш ҡаланың “Горзеленхоз” учреждениеһы дүрт техника файҙаланып, уның каркасын йыя. Шыршының бейеклеге 32 метр буласаҡ, ул 8370 пикселдән торасаҡ. Шыршының төп үҙенсәлеге – мультимедиялы булыуы, йәғни ул төрлө һүрәттәрҙе, тексты сағылдырасаҡ, шул иҫәптән музыка яңғырауы аҫтында.
Башҡортостанда былтыр беренсе тапҡыр пиксель шыршылар ҡуйылды. Иң бейек шыршы (32 метр) баш ҡалалағы Конгресс-холл янындағы майҙанға ҡуйылды, шулай уҡ Стәрлетамаҡта – 24, Октябрьскийҙа, Салауатта, Ишембайҙа, Күмертауҙа һәм Нефтекамала – 18, Сибай һәм Ағиҙелдә 14 метрлыҡ шыршылар урынлаштырылғайны.
Ғөмүмән, былтыр республикала Яңы йыл ҡаршылауға әҙерлек барышында 1634 – тәбиғи, 139 – яһалма һәм туғыҙ пиксель шыршы ҡуйылған.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас