Йәнтөйәк
+16 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
4 Ноября 2020, 06:05

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!

Хөрмәтле ватандаштар! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайбыҙ!



Был дәүләт байрамы үҙенең Ватаны, уның бай тарихы һәм мәҙәниәте менән ғорурланған һәр кем өсөн ҡәҙерле. Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә беҙ өлкән быуындың хәрби һәм хеҙмәт батырлығын хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Шул уҡ ваҡытта берҙәмлек бер төрлөлөк, фекер һәм ҡараштар бер үк тигәнде аңлатмай. Беҙ барыбыҙ ҙа – төрлө һәм ҡабатланмаҫ. Иң мөһиме – беҙҙе тыуған еребеҙгә һөйөү, илебеҙҙе уңышлыраҡ, көслөрәк, кешеләр тормошон яҡшыраҡ итеүгә ынтылыш берләштерә.
Илебеҙ үткәне беҙҙең хәтерҙә. Был оло байрамда бөтәһенең дә тыуған илен һөйөүен, төрлө милләтле дуҫтары булыуын теләйбеҙ. Күгебеҙ һәр саҡ тыныс, таңыбыҙ алһыу, көндәребеҙ ҡояшлы булһын.

Берҙәмлек һәр саҡ беҙҙең күңелдәрҙә булһын. Халыҡ-ара берҙәмлек көнө менән!

Читайте нас