Йәнтөйәк
+10 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
3 Ноября 2020, 19:45

Берҙәмлек һәм дуҫлыҡ күңелдәрҙә булһын!

Урмияҙ ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһында Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләйҙәр.

Фәнисә Хәсәнйән ҡыҙы Йосопова Урмияҙ ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһында 35 йыл намыҫлы эшләй. Кескәйҙәргә йөрәк йылыһын тигеҙ бүлеп, бар булмышын, оҫталығын һалып, күңелен биреп эшлəгəн тәрбиәсе байрамдар уңайынан һәр саҡ иртәлектәр йәки йөкмәткеле тәрбиәүи саралар үткәрә. Халыҡтар берҙәмлеге көнөнөң дә әһәмиәтен балаларға күңелдәрендә иҫтә ҡалырлыҡ итеп еткерә ул. Кескәйҙәргә дуҫлыҡ, илебеҙҙә һәм районыбыҙҙа төрлө милләт вәкилдәренең үҙ-ара татыу йәшәүе тураһында һөйләп, бер-береңә ярҙам итергә, берҙәм булырға өндәй. Балаларға дуҫлыҡ тураһында шиғырҙар уҡып, йырҙарҙы иҫкә төшөрөп, халыҡтар берҙәмлеген коллектив һүрәттәрендә сағылдыралар.

Наилә Имаева.

Читайте нас