Йәнтөйәк
+31 °С
Ясна
Антитеррор
Новости
23 Октябрь 2020, 17:00

Афарин, Дилә!

Асҡын 2-се урта мәктәбенең 10б класы уҡыусыһы Дилә Хәжиәкбәрова (етәксеһе Дилбәр Зөфәр ҡыҙы Заһиҙуллина) “Мостай уҡыуҙары” төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында 3-сө урынға лайыҡ булды! Ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 101 йыл тулыуға арналған “Мостай уҡыуҙары” төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы быйыл дистанцион форматта үтте. Унда барыһы 477 бәйгесе ҡатнаша. Эштәр ( видеояҙмалар) түбәндәге номинациялар буйынса ҡабул ителде:
- “Күкрәгемдән ҡоштар осорам” – Мостай Кәримдең һүҙҙәренә яҙылған йырҙар;
- «Еңеү төҫөн күрәм мин» - Мостай Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы ижады буйынса;
- “Ап-аҡ ҡағыҙ һалдым мин алдыма” - Мостай Кәрим шғырҙарын Рәсәй һәм донъя телдәренә тәржемә итеү буйынса;
- “Мостай аҡылы” - мәктәп телестудиялары сюжеты конкурсы.
- Дилә тәүге номинацияла ҡатнашты. М.Кәрим һүҙҙәренә Ю.Үҙәнбаев яҙған «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә» йырын өйрәнеп, видеоға яҙҙырып ебәрҙек. Был бик тәрән мәғәнәле йыр, шуға ла еңелдән булманы өйрәнеүе. Был номинацияла 170-кә яҡын ҡатнашыусы булды. Шулар араһында 3-сө урын яулау, минеңсә, бик яҡшы һөҙөмтә. Сараға бөгөн 17.00 сәғәттә онлайн йомғаҡ яһанылар. Бик һөйөндөк, әлбиттә. Тәүҙә Билгеш, аҙаҡ Ҡашҡа мәктәптәрендә белем алып, бөгөн Асҡын 2-се урта мәктәбенең 10б класында уҡыусы бик һәләтле, ижади күңелле ҡыҙ ул Дилә. Алға матур пландар ҡорғанбыҙ, - тине Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Дилбәр Зөфәр ҡыҙы.
Наилә Имаева.
Читайте нас