Рәсәй Президенты Владимир Путин “Валдай” дискуссия клубы ултырышында дистанцион рәүештә ҡатнашасаҡ.
Ултырыш 20-22 октябрҙә Мәскәүҙә була. Сессияның темаһы – “Пандемия дәрестәре һәм яңы көн тәртибе: нисек итеп көрсөктө донъя өсөн мөмкинлеккә әйләндерергә”.
“Валдай” Халыҡ-ара дискуссия клубы 2004 йылда булдырылғайны. Уның маҡсаты – Рәсәй һәм халыҡ-ара интеллектуаль элитаның аралашыуына ярҙам итеү, Рәсәйҙәге һәм донъялағы сәйәси, иҡтисади, социаль ваҡиғаларға бойондороҡһоҙ, объектив анализ биреү.
#ВладимирПутин
#ВалдайКлубы
Яңылыҡ сығанағы: https://www.rbc.ru/rbcfreenews