Йәнтөйәк
+16 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
19 Октября 2020, 13:00

Зыярат ҡоймаһы яңыртыла

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә Солтанбәк ауылында зыярат кәртәһе яңыртыла.

Ни генә тимә, көнүҙәк проблемаларын үҙ көсө менән хәл итеү юлын эҙләгән тырыш, эшһөйәр халыҡ йәшәй Солтанбәк ауыл биләмәһендә. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ярашлы, халыҡ төрлө проблемаларҙы күтәреп, урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итеп, республика Хөкүмәтенән ярҙам ала. Был программа сиктәрендә өс ҙур проект тормошҡа ашырыла: Сураш клубында эштәр тамамланып, сафҡа индерелә, ауыл биләмәһенә ҡышын юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн трактор һатып алыуға ирешәләр һәм быйыл Солтанбәк ауыл зыяратының ҡоймаларын яңыртып эшләйҙәр. Был эш әле дауам итә.

Наилә Имаева.

Читайте нас