Йәнтөйәк
+13 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
13 Октября 2020, 11:52

Мишкәләр һынатманы

Архангел районында халыҡ музыка ҡоралдары һәүәҫкәрҙәренең Ф. Иҡсанов исеменә арналған “Архангел Иҡсанов фестивале — 2020” фестиваль-конкурсы үтә. Бәйге гармун, баян, аккордеон, ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, мандолина, балалайка һәм башҡаларҙа уйнаусылар өсөн тәғәйенләнгән. Конкурстың маҡсаты — музыкаль фольклорға иғтибарҙы йүнәлтеү, музыка ҡоралдары мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, уларға ҡыҙыҡһыныу уятыу, шәхестә рухи-әхлаҡи сифаттарҙы тергеҙеү, тормошҡа ыңғай ҡараш тәрбиәләү, йәш һәләттәргә ярҙам күрһәтеү. Быйыл конкурс тулыһынса дистанцион формала ойошторола. Конкурсҡа видео сығыштарын 80-дән артыҡ һәүәҫкәр ебәрә. Иң йәш бәйгесегә — туғыҙ, иң олоһона 86 йәш була. Сараға Мишкә, Архангел, Белорет, Дыуан, Нуриман, Ҡариҙел райондарынан, Яңауыл, Благовещен, Бәләбәй, Октябрьский, Дәүләкән ҡалаларынан һәм хатта Карелия Республикаһынан ҡатнашыусылар килгән. Мишкә районы командаһы жюри ағзалары иғтибарына өс видео сығыш тәҡдим итә. Ҡайраҡ ауылынан Юрий Иликаев баянда виртуоз уйнап, “Яңғыҙ башҡарыусылар” номинацияһында икенсе урын яуланы. “Үҙешмәкәр ансамблдәр ижады” номинацияһында “Мишкан кундем” квартеты беренсе урынға сыҡты. Алексей Ибулаев һәм Станислав Салиевтың дуэты диплом менән бүләкләнде. Сарала Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Мишкә кейәүе, Фәтих Иҡсановҡа мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Бында Фәтих Иҡсановтың ғаиләһе, ауылдаштары, туғандары, хеҙмәттәштәре, Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҡатнашты.Һүрәттә: Алексей Ибулаев мари халҡының уйын ҡоралдары тураһында һөйләне.Лилиә ХӘСӘНОВА.

Архангел районында халыҡ музыка ҡоралдары һәүәҫкәрҙәренең Ф. Иҡсанов исеменә арналған “Архангел Иҡсанов фестивале — 2020” фестиваль-конкурсы үтә.
Бәйге гармун, баян, аккордеон, ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, мандолина, балалайка һәм башҡаларҙа уйнаусылар өсөн тәғәйенләнгән. Конкурстың маҡсаты — музыкаль фольклорға иғтибарҙы йүнәлтеү, музыка ҡоралдары мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, уларға ҡыҙыҡһыныу уятыу, шәхестә рухи-әхлаҡи сифаттарҙы тергеҙеү, тормошҡа ыңғай ҡараш тәрбиәләү, йәш һәләттәргә ярҙам күрһәтеү.
Быйыл конкурс тулыһынса дистанцион формала ойошторола. Конкурсҡа видео сығыштарын 80-дән артыҡ һәүәҫкәр ебәрә. Иң йәш бәйгесегә — туғыҙ, иң олоһона 86 йәш була.
Сараға Мишкә, Архангел, Белорет, Дыуан, Нуриман, Ҡариҙел райондарынан, Яңауыл, Благовещен, Бәләбәй, Октябрьский, Дәүләкән ҡалаларынан һәм хатта Карелия Республикаһынан ҡатнашыусылар килгән.
Мишкә районы командаһы жюри ағзалары иғтибарына өс видео сығыш тәҡдим итә. Ҡайраҡ ауылынан Юрий Иликаев баянда виртуоз уйнап, “Яңғыҙ башҡарыусылар” номинацияһында икенсе урын яуланы. “Үҙешмәкәр ансамблдәр ижады” номинацияһында “Мишкан кундем” квартеты беренсе урынға сыҡты. Алексей Ибулаев һәм Станислав Салиевтың дуэты диплом менән бүләкләнде. Сарала Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Мишкә кейәүе, Фәтих Иҡсановҡа мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Бында Фәтих Иҡсановтың ғаиләһе, ауылдаштары, туғандары, хеҙмәттәштәре, Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҡатнашты.

Һүрәттә: Алексей Ибулаев мари халҡының уйын ҡоралдары тураһында һөйләне.
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Читайте нас