Йәнтөйәк
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
13 Октября 2020, 09:20

Ижади ғаиләләр һоҡландырҙы

Асҡында үткән республика Шәжәрә байрамы сиктәрендә IV тапҡыр “Ғаиләм-ҡәлғәм” республика ғаилә ижады конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде. Бүләкләнеүселәрҙең күбеһе — асҡындар!

Быйыл коронавирус эпидемияһына бәйле, “Ғаиләм-ҡәлғәм” республика конкурсы онлайн форматта үтте. Ҡатнашыусылар үҙҙәре тураһында видеоролик төшөрөп ебәрҙе. Баһалама ағзалары уларҙы ҡарап, иң-иңдәрҙе асыҡланы.
Асҡын районы Үтәш ауылынан - Ғилметдиновтар, Урмияҙҙан - Сафиуллиндар, Иҫке Ҡаҙансынан - Ғафуръяновтар, Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡтан - Сөнәғәтовтар һәм Ғиниәтуллиндар, Әлшәй районы Ташлы ауылынан - Хәйруллиндар, Бишбүләк районы Айыт ауылынан Ғәлиевтар махсус приз менән бүләкләнде.
3-сө урынға Асҡын районы Солтанбәк ауылынан - Суфияновтар, Солтанайҙан - Шәйхетдиновтар, Илеш районы Ябалаҡ ауылынан Ғиззәтуллиндар лайыҡ булды.
2-се урынды Дыуан районы Михайловка ауылынан - Петровтар, Нуриман районынан Асеевтар ғаиләләре бүлеште.
1-се урын Көйөргәҙе районы Юмағужа ауылынан Мәхмүтовтар ғаиләһендә.
Туймазы районы Собханғол ауылынан Хәсәншиндар ғаиләһе Гран-приға эйә булды.
Наилә Имаева.
Читайте нас