Йәнтөйәк
+16 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
12 Октября 2020, 08:05

Тарихи тамырҙарыбыҙ, дуҫлыҡ, берҙәмлек сағылды

Асҡында үткән республика Шәжәрә байрамы сиктәрендә ойошторолған Ырыуҙар парады 15 ырыу вәкилдәрен берләштереп, мәртәбәле сараның сағыу биҙәге булды.

Ырыуҙар парады Шәжәрә байрамының сағыу, тарихи әһәмиәткә эйә өлөшө булды. Унда ҡатнашыусылар үҙ ырыуҙарының исеме яҙылған, тамғаһы төшөрөлгән туҡыманан эшләнгән алтаҡтаны күтәреп, үҙҙәренең милли кейемдәрендә майҙан уртаһынан тигеҙ сафтарҙа үтте.
Парадты Асҡын районынан Балыҡсы, Ғәйнә, Унлар, Су-Танып, Ҡыр-Танып ырыуҙары вәкилдәре асты. Артабан Балтас районынан – Су-Танып; Ҡариҙелдән -Унлар, Краснокаманан, Ағиҙелдән - Гәрәй; Тәтешленән - Ирәкте; Борайҙан – Елдәк; Туймазы, Саҡмағоштан -Йылан; Нефтекаманан - Көҙәй; Мишкәнән- Ҡаңлы; Нуримандан - Бәләкәй Көҙәй; Октябрьскиҙан Әйле ырыуы башҡорттары үтте.
Байрамды алып барыусы Нефтекама дәүләт филармонияһы артисы Розалия Ҡарасурина менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марс Сәйетғәлин парадта уҙыусы ырыуҙар тураһында тулы мәғлүмәт менән таныштырып барҙы. Шуға тамашасыларға барыһы ла аңлайышлы булды. Улар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән парадты ҡарап, һәр ырыуҙы көслө алҡыштар менән ҡаршыланы.
Наилә Имаева.
Зимфира Нартдинова фотолары.
Читайте нас