Йәнтөйәк
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
8 Октября 2020, 19:05

Республика көнөн ҡаршылап

Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә бағышланған кисә үтте.

- Республика көнө һәм районыбыҙҙа үтеүсе “Шәжәрә байрамы” республика халыҡ байрамы алдынан бик матур сара үткәрҙек. Сараға йыйылыусыларҙы дәүләт байрамы менән Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ҡәнәфи Ибатулла улы Шакируллин ҡотланы. Китапханасыбыҙ Гөлфиә Мәғзүмйән ҡыҙы Сабирова йөкмәткеле доклад уҡыны. Шәжәрә төҙөүселәр конкурсында ҡатнашыусы мәғариф ветераны Наил Ғаян улы Хәйруллин үҙенең нәҫел ағасы менән таныштырҙы.
Ғаиләм-ҡәлғәм” конкурсында ҡатнашыусыФлидә һәм Илшат Ғәлләмовтарҙың видеояҙмаһы ла барыһының күңеленә хуш килде. Һәр ваҡыттағыса “Дуҫлыҡ” фольклор-инструменталь ансамбле башҡарыуында башҡорт көйҙәре сарабыҙға йән өрҙө.
Наилә Имаева.
Читайте нас