Йәнтөйәк
+16 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
1 Октября 2020, 06:25

Ололар көнө менән!

Хөрмәтле апай-ағайҙар, өләсәй-олатайҙар, ветерандар! Халыҡ-ара ололар көнө менән ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ!

Байрам бөгөн, байрам бөгөн
Өлкәндәр көнө.
Күңелдәрҙе һыйпап үтте
Шәфҡәтлелек еле.

Хөрмәтле апай-ағайҙар, өләсәй-олатайҙар, ветерандар! Халыҡ-ара ололар көнө менән ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ! “Йәнтөйәк” гәзитенең тоғро дуҫтары араһында ла нәҡ һеҙҙең кеүек бай тормош тәжрибәһе һәм аҡыл туплаған, фиҙаҡәр тормош юлы үткән, иманлы, изге күңелле, рухлы, дәрт-дарманлы өлкәндәребеҙ күп. Беҙ быға бик шатбыҙ һәм рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәк быуын лайыҡлы тормошта йәшәһен өсөн Һеҙ фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙҙе, оло сабырлығығыҙҙы һәм ҙур тәжрибәгеҙҙе һалғанһығыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет һәм именлек теләйбеҙ. Тормошоғоҙ шатлыҡҡа күмелһен, йәмғиәт хәстәре һәм иғтибарын, яҡындарығыҙҙың ихтирамын тойоп йәшәгеҙ. Ҡояшлы көндәр, аяҙ күктәр, рух ныҡлығы һәм күңел көрлөгө теләйбеҙ!!!
Иң изге теләктәр менән “Йәнтөйәк” гәзите коллективы.
Читайте нас