Йәнтөйәк
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
24 Сентября 2020, 21:05

Тәүге көн һөҙөмтәле үтеп, тәьҫораттарға бай була

Форум сиктәрендә тел уҡытыусылары менән фекер алышыр, тәжрибә уртаҡлашыр өсөн бер нисә майҙансыҡ эшләй.

- Форумда ҡатнашыусылар өсөн шул тиклем бай программа әҙерләнгәйне. Сараны асып, тәбрикләү һәм бүләкләү тантанаһынан һуң, форум үҙенең эшен бер нисә майҙансыҡта дауам итте. “Башҡорт телен өйрәнеүҙә интерактив һәм мультимедиа ресурстары”, “Башҡорт теленән дистацияла уҡытыуҙы нисек ойошторорға?”, “Тыуған яҡты өйрәнеү һәм этномәҙәниәт йүнәлешендәге дәрестәр: нимә ҡулланырға һәм нисек уҡытырға?”, “Федераль конкурстарҙа ҡатнашыу”, «Башҡорт телен уҡытыу буйынса ата-әсәләр менән эште нисек дөрөҫ ойошторорға?”, “Төбәк мәғариф системаһында классик университет һәм белем биреү учреждениелары: хеҙмәттәшлек формалары һәм башҡа майҙансыҡтарҙа эшлекле, йәнле һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар ойошторолдо, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Дилбәр Зөфәр ҡыҙы. - Мин “Цифрлаштырыу шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының һөнәри компетентлығы”, “Башҡорт телен өйрәнеүҙә интерактив һәм мультимедиа ресурстары”, “Башҡорт теленән дистацияла уҡытыуҙы нисек ойошторорға?” тигән майҙансыҡтарҙа булып, үҙем өсөн шул тиклем күп мәғлүмәт алдым.
Ләйсән Әхмәтғариф ҡыҙының да тәүге көнө емешле үтә.
Наилә Имаева.
Читайте нас