“Йәйләү” программаһының авторы Мәрйәм Бураҡаева, “Йәйләү” профилле смена етәксеһе Инсаф Йәмилев онлайн-сменала ял итеүселәрҙе ҡотлап, теләктәрен әйтте.
Онлайн-сменаның һәр көнө “Йәйләү” өсөн махсус яҙылған “Башҡортостан” тип аталған гимнды йырлап асылды. Ағымдың беренсе көнө лә Әлиә Марс ҡыҙы Саматова етәкселегендә гимнды өйрәнеүгә бағышланды. Тимур Әхмәҙуллин менән Ләйлә Шәймөхәмәтова гимнды үҙҙәре башҡарып, видеотаҫманы лагерҙың электрон адресына һалды. Икенсе көндөң темаһы “Бейемәгән башҡорт юҡ” тип аталды. Онлайн-дәрестә профессиональ бейеүсе Эльвира Ильяс ҡыҙы Муллағолова балаларға башҡорт халыҡ бейеүе “Зарифа”ны өйрәтте. Илдар Тәҡиуллин, Тимур Әхмәҙуллин, Ләйлә Шәймөхәмәтова бейеү видеояҙмаһын ебәреп, “Шәп бейеүселәр” тип танылды.
Өсөнсө көн башҡорт музыка ҡоралдарына бағышланды. З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты, ҡурайсы Инйәр Илфар улы Ишмырҙин дәрестә балалар менән ҡурайҙа уйнау серҙәре менән уртаҡлашты. Шул уҡ көндө “Биҙәнеү әйберҙәре” оҫталыҡ дәресе лә булды. Балалар Әлшәй районы уҡытыусыһы Миләүшә Муллағәлина етәкселегендә мәрйен теҙҙе. Өйрәнеү бик йәнле барҙы, был дәрестән һуң балаларҙың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүес әйберҙәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы артҡандыр, тип уйлайым.
Дүртенсе көндөң темаһы – “Башҡортостандың ете мөғжизәһе”. Онлайн-дәресте Әсбирә Кәбирова етәкселегендә Ҡариҙел районы башҡорт теле уҡытыусылары алып барҙы. Балалар Башҡортостан тәбиғәтенә сәйәхәт яһаны. Илдар Тәҡиуллин “Иң шәп ҡатнашыусылар” исемлегенә индерелде. Бишенсе көндө ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов уҡыусыларҙы ҡумыҙ төрҙәре, ҡумыҙсылар менән таныштырҙы, был музыка ҡоралында уйнарға өйрәтте. Тимур Әхмәҙуллин – “Иң шәп ҡатнашыусы”, Ләйлә Шәймөхәмәтова “Әүҙем ҡатнашыусы” тип табылды.
“Шәжәрә – нәҫелем тарихы” тигән баш аҫтында уҙған алтынсы көн дәресен Әбйәлил районы башҡорт теле уҡытыусыһы Римма Баймырҙина етәкләне. Илдар Тәҡиуллин төҙөп ебәргән шәжәрә маҡтауға лайыҡ булды. Етенсе көндө иһә балалар “Урал батыр һабаҡтары”н алды. Дәресте онлайн-лагерь етәксеһе Инсаф Йәмилев алып барҙы. Балалар актер Әхтәм Әбүшахманов уҡыуында “Урал батыр” эпосының аудио-яҙмаһын тыңланы.
Зинфира Кинйәбаева үткәргән 8-се көн дәресендә ҡатнашыусылар башкорт халыҡ әкиәт батырҙары һүрәттәрен төшөрөп ебәрҙе. “Ағы барҙың – туғы бар” тигән бик ҡыҙыҡлы дәрестә башҡорт халҡының милли аштары тураһында һүҙ барҙы. Туғыҙынсы көндө “Һабантуй” бик мауыҡтырғыс үтте. Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин менән онлайн-осрашыу булды.
“Йәйләү” лагерының онлайн-сменаһы балаларға бик оҡшаны. Беҙҙең Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең әүҙем уҡыусылары ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды. Тимур Әхмәҙуллин 3-сө урынды яуланы, Илдар менән Ләйлә призер булды.
Гөлсирә МӨҠИМОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ғәзим ТАЛИПОВ фотоһы.