Инга Юмашева район хакимиәте башлығы Антон Талалов оҙатыуында “Умникум” үҙәгендә булды. Техник, ижади һәм мәҙәни үҫеш өсөн уникаль майҙансыҡ эше тураһында ҡунаҡҡа үҙәк директоры Ольга Шакирова һөйләне.
Был үҙ эсенә төрлө пландағы йүнәлештәрҙе берләштергән республикалағы беренсе һәм берҙән-бер мәҙәни үҙәк. Улар иҫәбендә анимация, программалаштырыу, робот техникаһы һәм конструкторлаштырыу, киберспорт, хореография, инновацион йәштәр ижады бар. Бында илдәге шундай уҡ биш объектҡа тоташтырылған электрон китапхана, күп функциялы зал эшләй. Заманса аппаратура һәм йыһаздар менән тәьмин ителгәнлек төрлө оҫталыҡ дәрестәре, фестивалдәр, концерттар, район һәм республика кимәлендә йәмәғәт саралары үткәрергә булышлыҡ итә.
Миҫал өсөн йыраҡҡа бараһы түгел. Үҙәк балалар һәм үҫмерҙәрҙең техник ижады буйынса “Ҙур уҙыштар” Бөтә Рәсәй конкурсын, мәктәпкәсә йәштәгеләрҙең “Таланттар каруселе”, рок-музыка, бард йыры ҡала фестивалдәрен, урам бейеүҙәре буйынса турнирын, “Аҡыллы каникулдар” проектын ойоштора.
Инга Юмашева биреләге “Смайликтар” анимация студияһы эшенән дә бик ҡәнәғәт ҡалды. Бөрөләр “BashMult” республика йәнһүрәттәр конкурсында Гран-при һәм ике беренсе урынды яуланы, Бөтә Рәсәй мультипликацион фильмдар фестивалендә Рәсәй дизайнерҙары союзынан диплом алды. Шулай уҡ “Киновертикаль-2018” Бөтә Рәсәй конкурсына барҙылар, унда беҙҙең ике фильм 196 номинант араһында шорт-ҡағыҙға инде. Үткән йыл “Үҙ тауышың” республика конкурсында “Үҙ-үҙеңә мультипликатор” номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булдылар, анимация киноһы Рәсәй фестивале дипломын алдылар. Студия “Союзмультфильм” дәүләт киностудияһы һәм Рәсәй дизайнерҙар союзы менән хеҙмәттәшлек итә. Шуныһы ла үҙенсәлекле, студияла шөғөлләнеүселәр араһында сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа бар.
— Беҙ республикабыҙҙы төрлө кешеләр өсөн асырға тейешбеҙ. Ошо төбәк менән үҙен рухи яҡтан бәйле тойған теләһә кем Башҡортостан кешеһе була ала. Теге йәки был милләткә яҡынлыҡ йылы хәтирәләрҙән, мәҙәнилектән, һинең аңлы рәүештә нимәнелер яҡын итеп һайлауыңдан да тыуа. “Башҡортостан паспортта түгел, ә йөрәктә”. Нәҡ ошо һүҙҙәр яңы проекттың мәғәнәһен аса, — тип һөйләне Инга Юмашева.
Антон Талалов Рәсәйҙә һәм унан ситтә лә тыуған республиканың һәм уның райондарының абруйын арттырыуҙа бөрөләрҙең тос өлөш индерә алырына ышанысын белдерҙе.