Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
15 Сентября 2020, 08:15

Афарин, Гөлсирә!

Асҡын районы Солтанбәк ауылы ҡыҙы Гөлсирә Рәхимйәнова Екатеринбург ҡалаһында үткән “Һылыуҡай-2020” Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсына һайлап алыу турында Гран-при яулай.

11 сентябрҙә Екатеринбург ҡалаһында «Һылыуҡай — 2020» Бөтә Рәсәй конкурсының сираттағы этабы уҙа. Был төбәктә тәүге тапҡыр ойошторолған кастингта 12 ҡыҙ ҡатнаша. Туған телде, милли йолаларҙы, традицияларҙы, башҡорт ҡыҙҙары матурлығын пропагандалау, йәштәрҙе төрлө ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү маҡсатында ойошторолған мәртәбәле бәйгелә райондашыбыҙ, Солтанбәк ауылы ҡыҙы Гөлсирә Рәхимйәнова Гран-приға лайыҡ була. Ул өлкә 1-се клиник дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Беренсе урынды Эльмира Муллабаева яулай, икенсе урында — Дина Абдуллина, өсөнсөлә — Вероника Иванова.
Шулай итеп, “Һылыуҡай-2020” Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсы финалында Свердловск өлкәһе башҡорттары исеменән 21 йәшлек Гөлсирә Рәхимйәнова сығыш яһаясаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әлегә тиклем финалда ҡатнашыу хоҡуғын Пермдән Гүзәл Наҙарғолова, Силәбенән Аймара Нафиҡова, Борайҙан Айгүзәл Исхаҡова, Яңауылдан Эльвина Әхмәтова яулап алғайны.
Яҡын аралағы кастингтар 18 сентябрҙә — Ырымбурҙа, 19 сентябрҙә Һамар ҡалаһында үтәсәк.
Наилә Имаева.
Читайте нас