

Әлеге мәлдә Ҡашҡа ауыл мәҙәҙниәт йорто алдында ауыл хужалығы йәрминкәһе гөрләй. Ҡашҡа урта мәктәбе, «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы коллективтары һәм шәхси хужалыҡ тотоусылар бай продукция алып килгән.
Бындай сарала һәр саҡ әүҙем ҡатнашыусы уңған хужабикәләр ҙә ситтә ҡалмаған. Мәҫәлән, Резеда Хәйрисламова йылдағыса күп итеп һарымһаҡ, һуған үҫтереп, мул уңыш алған һәм артҡанын һатыуға алып сыҡҡан. Әмирҙән Раушания Ғәлимова күп итеп һөт ризыҡтары, ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән тоҙланмаларын, салаттарын тәҡдим итә. Сабира апай Лотфуллина ла күп продукция әҙерләгән йәрминкәгә. Гөл-сәскәләр үҫтереү менән мауыҡҡан Люзиә Әхәт ҡыҙы был юлы ла күп төрлө сәскәләр алып килгән. Йәрминкәлә һөт һәм ит ризыҡтары, йәшелсә, еләк-емеш кеүек аҙыҡ-түлек һәм ҡул эштәре лә тәҡдим ителә. Сараны ойошторорға йәш организатор Лиана Дидар ҡыҙы ярҙам итә, әйткәндәй, ул үҙе лә күп продукция алып килгән.


Наилә Имаева.
Раушания Шакирова фотолары.