

Бөгөн Асҡын муниципаль район Советына, шулай уҡ Табаҫҡытамаҡ ауыл Советына депутаттар һайлана. Асҡын ауыл Советының бер нисә округына ла өҫтәмә һайлауҙар уҙа. Бөтә участка һайлау комиссиялары иртәнге сәғәт етенән эш башланы һәм улар киске сәғәт туғыҙға тиклем эшләйәсәк.
Ҡашҡа ауылындағы 920-се һайлау участкаһында ла эш ойошҡанлыҡ менән башланды. Эльвира Ҡәҙим ҡыҙы Фазлетдинова етәкселегендәге һайлау комиссияһында Илфир Хәмзә улы Ғәләүетдинов (рәйес урынбаҫары), Сулпан Илшат ҡыҙы Шакирова (секретарь), Сания Зайнулла ҡыҙы Сәлихова һәм Мансур Сәхип улы Шәнгәрәев эшләй.
Бер сәғәт ваҡыт уҙыуға 15-ләп кеше килеп, үҙ кандидатураһы өсөн тауыш биреп өлгөргән дә инде.
Иң беренселәрҙән булып һайлау участкаһына 72 йәшлек Гөлсәсәк Мирзалихан ҡыҙы Шабанова һәм 74 йәшлек Фәрзәүи Ғлимхан улы Мөслимов килеп, гражданлыҡ бурысын үтәй.




Сулпан Шакирова фотолары.