Бар ғүмерен балаларға башҡорт теле нескәлектәрен өйрәтеүгә, туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләүгә бағышлаған хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Сәлимә Әнүәр ҡыҙы Әбүбәкерова етәкселегендәге Урмияҙ ағинәйҙәре лә Милли кейемдәр парадында үҙ ҡулдары менән тегеп кейгән сағыу күлдәктәре, күҙ нурҙарын түгеп эшләгән иҙеүҙәре (селтәр) менән айырылып торҙо.
Асыҡ йөҙҙәренән, ырыҫлы булмыштарынан яралған аҡ нур күңелдәрҙе рухландырып, ышаныс өҫтәгәндәй тойолдо.
Ағинәйҙәр - ауыл хакимиәтенең, ауыл мәҙәниәте хеҙмәткәрҙәренең уң ҡулы. Улар - байрамдарҙың йәме, матур ғәмәлдәрҙе башлап, әйҙәп йөрөүсе.
Бөгөнгө парадҡа ла ауыл мәҙәниәте йорто методистары Фидания Йосопова, Гөлсәсәк Абдуллина менән бергә ағинәйҙәр Сәлимә Әбүбәкерова, Эльвира Суфиярова, Мөсәймә Хисмәтуллина, Альфира Ҡыямова, Зөһрә Ғайнуллина, Рәдилә Хужина апайҙар килде. Хаҡлы ялда булһа ла ауылдың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәүсе әүҙем йәмәғәтсе, оҫта гармунсы Рәзиф ағай Сафиуллин һәр ваҡыттағыса уларҙың сығышын музыкаль яҡтан биҙәп, йән өрҙө.
Парадта ҡатнашыусы ағинәйҙәрҙең һәр береһе фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үтеп, лайыҡлы ғүмер кисерә. Уларҙың һәр береһе маҡтауға лайыҡ, һәр береһе менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.