Йәнтөйәк
+16 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
11 Сентября 2020, 08:20

Рухлы, фәһемле, мауыҡтырғыс дәрес

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Дилбәр Зөфәр ҡыҙы Заһиҙуллина Милли кейем көнөнә арнап, Асҡын 2-се урта мәктәбендә Берҙәм асыҡ дәрес үткәрҙе.

Бөгөн, 11 сентябрҙә, республикабыҙҙа икенсе тапҡыр Милли кейем көнө билдәләнә. Был сараның маҡсаты – Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәниәтен үҫтереү һәм һаҡлау.
Милли кейем көнө уңайынан Асҡын 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилбәр Зөфәр ҡыҙы Заһиҙуллина
1-се Г класында асыҡ дәрес үткәрә.
Тәжрибәле уҡытыусы балаларға башҡорт халҡының милли кейеме өлгөһөндә бай мәғлүмәт еткерә.
— Милли кейем – халыҡтың быуаттар буйына, бик аҙ ғына үҙгәрештәр кисереп, һаҡланып килгән ҡомартҡыһы.Бөгөн уның әһәмиәтен, тәғәйенләнешен аңлар өсөн, тәүҙә уҡыусыларға халҡыбыҙҙың тарихын, үткәнен, көнкүрешен, ниндәй һөнәр эйәләре булыуын бәйән иттем. Артабан кейемдең төрлө шарттарға, матди ныҡлы булыуға ла бәйле булыуына туҡталдым. Ҡатын-ҡыҙҙар кейеме бәләкәй саҡтан уҡ ҡыҙ баланы, күҙ тейеүҙән һаҡларға тейеш булған бит инде. Ҡыш көнө тун, толоп, буҫтауҙан тегелгән сәкмән кейгәндәр. Байрам өсөн дә елән менән тундары булған. Еләндәрен мәрйен, тәңкә, ынйы тегеп төҫлө биҙәктәр менән семәрләгәндәр. Артабан милли стилдәге сәхнә кейеме һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәүестәре тураһында һөйләнем. Уҡыусыларға дәрес бик оҡшаны. Ҡыҙыҡһынып тыңланылар, үҙҙәре лә белгәндәрен һөйләне, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр, — тине Дилбәр Зөфәр ҡыҙы.
Наилә Имаева.
Дилбәр Заһиҙуллина фотолары.
Читайте нас