Йәнтөйәк
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
10 Сентября 2020, 11:55

Кескәйҙәргә милли рух өләшәләр

Солтанбәк ауылындағы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында Милли кейем көнө уңайынан тәрбиәселәр фәһемле дәрес үткәрә.

Ошо көндәрҙә район мәктәптәрендә, мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениеларында Милли кейем көнөнә арналған саралар үтә. Солтанбәк ауылы балалар баҡсаһында ла тәрбиәселәр Ләйсән һәм Фәнзиә Суфияновалар музыкаль етәксе Мәүзәлиә Хәсәнова менән берлектә кескәйҙәр өсөн бик матур дәрес әҙерләп үткәрә. Балаларға үҙҙәре кейгән милли кейем өлгөләрен, шулай уҡ башҡорт кейемендәге ҡурсаҡтарҙы күрһәтеп, халҡыбыҙҙың шундай сағыу милли кейемдәре барлығы тураһында һөйләйҙәр. Кейемдәрҙәге нағыштарҙың мәғәнәһен һәм тәғәйенләнешен дә аңлаталар. Әйткәндәй, Мәүзәлиә Ғазинур ҡыҙы был милли кейемдәрҙе үҙе теккән.
Дәрес һуңында башҡорт кейемендәге ҡурсаҡты бишек йырын йырлап йоҡлаталар.
— Балаларға дәрес бик оҡшаны, ҡыҙыҡһынып тыңланылар, бик әүҙем булдылар. Бигерәк тә башҡорт кейемендәге ҡурсаҡты яраттылар, уны тотоп ҡарап, һөйләшеп тә алдылар, — ти тәрбиәселәр.
Наилә Имаева.
Ләйсән Суфиянова фотолары.
Читайте нас