Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
9 Сентября 2020, 13:45

Урмияҙҙарҙың ҡыуанысы сикһеҙ

Бөгөн Урмияҙ ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто асылды. Тантаналы сараға мәртәбәле ҡунаҡтар — Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафикова һәм “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” проектының Йәмәғәт советы рәйесе Александр Кузьменко килде.

Районыбыҙға эш сәфәре барышында Әминә Ивний ҡыҙы Александр Владимирович менән район Мәҙәниәт йортонда барған ремонт эштәре барышын ҡараны, Балалар сәнғәт мәктәбендә булып, ундағы эшмәкәрлек менән танышты. Уларҙы район хакимиәте башлығы Ришат Дихин оҙатып йөрөнө. Урмияҙ халҡы капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто асылыуын ашҡынып көттө. Башҡарылған эштәр “Мәҙәниәт” милли проектының “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә һәм Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса финансланған.
Яңыртылған ауыл мәҙәниәт йортон асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” проектының Йәмәғәт советы рәйесе Александр Кузьменко һәм Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин ҡатнашты.
Мәҙәниёт йортонда ижад һәм художество үҙешмәкәрлеге менән шөғөлләнеү өсөн яҡшы шарттар тыуҙырылған. Бында бинаның тышы, тамаша залы, төп сәхнә яңыртылған, стеналар нығытылған, инженерлыҡ селтәрҙәре алмаштырылған, китапхана һәм уйын бүлмәләре йыһазландырылған, заманса ҡорамалдар һатып алынған.
Мәҙәниәт министры бүләккә Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблен алып килгән. Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә бай концерт әҙерләгән.
Наилә Имаева.
Лилиә Шәрифғәлиева фотолары.
Читайте нас