Рәсәй Президенты Владимир Путин Калуга өлкәһе башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Владислав Шапша менән видеоформаттағы осрашыуы барышында төбәктә сүп менән бәйле хәлде тәнҡитләне.
“Өлкәлә йылына дөйөм алғанда 2,5-3 миллион тонна сүп йыйыла, шуларҙың 0,5 миллион тоннаһын күмергә ярамай. Шул уҡ ваҡытта 14 полигондың бишеһе тулған тиерлек, был, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ярамаған ерҙәрҙә сүплектәр һанының артыуына килтерә”, - тине ул.
Путин өлкәне тейешле федераль программаға индерергә ҡушты. Шапша, үҙ сиратында, Рәсәй лидерын сүп эшкәртеү проблемаһын хәл итеү өсөн бөтә көс һалынасағына ышандырҙы.
21 июндә дәүләт башлығы илдә ун йыл эсендә бөтә көнкүреш сүптәрен сорттарға айырыуҙы тәьмин итергә ҡушҡайны. Шулай уҡ 2030 йылға тиклем полигондарға ебәрелеүсе сүп күләмен ике тапҡырға кәметергә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең тотороҡло системаһын булдырырға кәрәк, тиелә Путин ҡул ҡуйған указда.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Михаил Климентьев / РИА Новости