Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
6 Сентября 2020, 19:45

Һылыуҡай тажы – Борай ҡыҙында!

Асҡын районында «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсына һайлап алыу туры уҙҙы.

Асҡын районы Урмияҙ ауыл мәҙәниәт йортонда «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсына һайлап алыу туры уҙҙы. Туған телде, милли йолаларҙы, традицияларҙы, башҡорт ҡыҙҙары матурлығын пропагандалау, йәштәрҙе төрлө ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү маҡсатында ойошторолған мәртәбәле бәйгелә 11 ҡыҙ һынау тотто.

Асҡындан - Диана Ғилфанова, Илһөйә Абрарова, Гөлнур Рәхимйәнова, Анжелика Ғәлимйәнова, Йондоҙ Әбделхакимова, Борайҙан – Айгүзәл Исхаҡова, Балтастан - Камилә Усманова, Диана Хәмәтханова, Тәтешленән - Дилбәр Билалова, Асия Фәйзрахманова, Ҡариҙелдән Алһыу Мөбәрәкова матурлыҡта, һомғоллоҡта, телһөйәрлектә һынау тотто.
Кастинг йомғаҡтары буйынса Гран-приға Борай ҡыҙы Айгүзәл Исхаҡова лайыҡ булды. Асҡын ҡыҙы Диана Ғилфанова - беренсе, Балтас ҡыҙҙары Камилә Усманова – икенсе, Диана Хәмәтханова өсөнсө урынды яуланы.

Наилә Имаева

Автор фотолары.

Читайте нас