Был турала Рәсәй Йәмәғәт палатаһының "түңәрәк өҫтәл" артында үткән ултырышында палатаның Башҡортостандан ағзаһы Ростислав Мырҙағолов хәбәр итте. Документта айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең сиктәре һәм айырыу һаҡлау режимы раҫланған.
Ҡарарға бөгөн, 2 сентябрҙә, ҡул ҡуйылды. Тап бөгөн иртәнсәк Рәсәй Тәбиғәт министрлығынан был биләмәне булдырыуға ризалыҡ алынған.
Был мөһим ваҡиғанан һуң Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ҡарарҙы баҫтырҙы һәм: "Ҡуштау мәсьәләһендә - нөктә ҡуйылды. Һәм был ҡарар - тәү сиратта, үҙ һүҙен белдергән меңәрләгән халыҡтың фекерен таныу һәм хөрмәт итеү", - тип яҙҙы.