1 сентябрь – мөһим, тананалы байрам. Ул кешеләрҙең һәр ваҡыт белемгә ынтылыуын һынландыра. Беҙ ғүмер буйы нимәлер өйрәнәбеҙ, камиллашабыҙ һәм рухи яҡтан үҫеш кисерәбеҙ, мәктәп иһә бына шул башланғысҡа нигеҙ һала.
Был күркәм байрам көндө беҙ беренсе тапҡыр мәктәп буҫағаһы аша атлап уҙған 1-се класс балаларын айырым иғтибар менән солғап алабыҙ. Сығарылыш класында белем алыусылар өсөн яңы уҡыу йылы алдағы тормош юлын һәм буласаҡ һөнәрҙе һайлау осоро буласаҡ.
Ҡәҙерле уҡыусылар! Мәктәп йылдарында яңы белемгә, оҫталыҡҡа, таҫыллыҡҡа эйә буласаҡһығыҙ.
Һеҙ һәр яҡлап белемле, тыуған ерҙе яратҡан ысын кешеләр булып буй етерһегеҙ, киләсәктә тыуған район һәм республика үҫешенә ҙур өлөш индерерһегеҙ, тип ышанабыҙ!
Балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бар күңелен һалған уҡытыусыларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, илдең киләсәге үҫешенә өлөш индереүегеҙ баһалап бөткөһөҙ ҙур әһәмиәткә эйә.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ! Яңы уҡыу йылы һөҙөмтәле, ижади яҡтан бай һәм уңышлы булһын!
Иң изге теләктәр менән «Йәнтөйәк» район-ара гәзите коллективы.