Йәнтөйәк
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
27 Августа 2020, 12:45

Сәләмәт, айыҡ тормош — йәшәү нигеҙе

#Айыҡауыл2020#Асҡынрайонына90йыл#шәжәрәбайрамы2020#Асҡынрайоны#РеспубликахалыҡижадыүҙәгеАсҡын районы Солтанбәк ауылында күп бала тәрбиәләүсе, йүнсел, тырыш ғаиләләр бихисап. Шундайҙарҙың береһе — Ләйсән һәм Данис Суфияновтар.

Һәр ауыл үҙенең татыу, эшһөйәр, һәләтле балалар тәрбиәләгән ғаиләләре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Солтанбәктә лә ундайҙар бихисап. Миҫалға сәләмәт тормош алып барып, бөгөн алты бала тәрбиәләүсе Ләйсән һәм Данис Суфияновтарҙы алайыҡ.
Данис Рәйсә һәм Вәлинур Суфияновтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Илһам, Раушан ағалары, Дилбәр апаһы һәм Назим ҡустыһы менән бәләкәйҙән спортҡа ылығып, эшкә өйрәнеп, маҡсатсан булып буй еткерә. Буласаҡ тормош иптәше, Гөмбә һылыуы (Винария һәм Марат Хәбибуллиндар ғаиләһендәге тәүге бала) Ләйсән менән Ҡашҡа урта мәктәбенә уҡырға барғас таныша. Тәү күреүҙән бер-береһен оҡшатҡан ҡыҙ менән егет биш йылдан артыҡ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, гөрләтеп туй яһай. Йәштәр бәхет эҙләп ситкә сығып китмәй, ауылда төпләнә.
Ләйсән балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып хеҙмәт юлын башлай, Данис Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Ғаиләгә йәм өҫтәп, бер-бер артлы ҡыҙҙары һәм улдары донъяға килә. Йәш ғаилә яңы йорт һала башлай. Бәхеттәренә күрә, торлаҡ төҙөү өсөн дәүләт ярҙамы ла алалар, әсәлек капиталы ла бик урынлы була. 2013 йылда Суфияновтар ике ҡатлы йорт төҙөп сығып, өй туйлай. Уны заманса йыһазландырып, бөтә уңайлыҡтар булдырып, бөгөн тирә-яғын гөл-сәскәгә күмгәндәр. Ауылға йәм өҫтәгән йорттары балаларының шат тауыштарына күмелә. Өлкәндәре Айһылыу - 9-сы, Лилиә – 7-се, Динислам - 4-се, Гүзәл 3-сө класҡа уҡырға бара быйыл. Бәләкәйҙәре Ильяс менән Әминә балалар баҡсаһына йөрөйәсәк.
2007 йылдан 2019 йылға тиклем ғаилә башлығы Себергә йөрөп эшләй. Һуңғы йылда ауылда эш табып, бар ваҡытын ғаиләһе менән үткәрә. Етеш тормош көтәләр: мал аҫрайҙар, күпләп ҡош-ҡорт ҡарайҙар, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр. 55 себеш, 15 өйрәк, 40 ҡаҙ алып һимерткәндәр быйыл. Ҡул араһына ингән балалары ла был эштә ҙур ярҙамсылары. Йүнсел ғаилә киләсәктә малды күберәк ҡарарға ниәтләй. Бының өсөн техникалары ла етерлек. Үҙҙәренең тракторҙары, мотоблок, машиналары бар. Бесән әҙерләүҙе еңеләйтү өсөн пресс-подборщик та алғандар. Мал, ҡош-ҡорт ҡарау өсөн бөтә шарттар ҙа бар: ҙур һарай төҙөгәндәр, бесәнлектәр етерлек, баҡса артынан ғына Сарс йылғаһы аға...
Буш ваҡыттарында Суфияновтар бергәләп спорт менән шөғөлләнә, аталары өлгөһөндә һәм етәкселегендә балалар физик күнекмәләр яһай, йүгерә, ҡышын саңғыла шыуа. Бергәләп тәбиғәт ҡосағына сығырға, Сарста кәмәлә йөрөргә яраталар.
Суфияновтар дини ҡанундарҙы ла үтәп йәшәй, балаларын бәләкәйҙән ошо ҡанундар нигеҙендә тәрбиәләй, һәр береһенең һәләтен асыҡлап, уны артабан үҫтерергә тырыша. Ләйсән менән Данис йыл һайын ураҙа тота, мәсеткә йөрөй. Ислам диненең бер терәге булған хаж ғәмәлен дә үтәп ҡайтырға насип булған уларға.
Декрет ялында ултырғанда аш-һыуға оҫта Ләйсән торттар бешереү менән дә мауығып китә, хәҙер иһә заказдар ҙа ҡабул итә. Шулай ҡыҙҙары менән аш-һыу бүлмәһендә бергәләп мәж киләләр.
Данис Вәлинур улы балаларына ғаилә тарихын һөйләп, нәҫел ағасын төҙөп, туғанлыҡ ептәрен аңлатып үҫтерә. Ысын ир-егет йорт төҙөргә, ағас ултыртырға, ул үҫтерергә, ете быуынын белергә тейеш, тигәнде үҙ өлгөһөндә дәлилләп йәшәй ул. Әйткәндәй, Рәйсә апай менән Вәлинур ағайҙың дүрт улы ла Солтанбәктә төпләнеп, үҙ йорттарында күмәк бала тәрбиәләп, сәләмәт тормош алып бара. Дилбәр ҡыҙҙары күрше Муллаҡай ауылында йәшәй. Тормош юлынан бер-береһенә терәк-таяныс булып 54 йыл бергә атлаған Рәйсә Ниғәмәтйән ҡыҙы менән Вәлинур Вәғизйән улы бөгөн 22 ейән-ейәнсәрен, дүрт бүлә-бүләсәрен һөйөп, уларҙың уңыштарына ҡыуанып, уларҙы тәрбиәләшергә ярҙам итеп йәшәй.
Наилә Имаева.
Автор фотолары.
Читайте нас