Конкурсты Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы булышлығында Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, “Республика балалар эколого-биология үҙәге” өҫтәмә белем биреү дәүләт учреждениеһы үткәрә.
– Йыл һайын беҙҙең балалар район, республика һәм Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, халыҡ-ара олимпиадаларҙа һәм конференцияларҙа, слеттарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнаша. Улар етди һынауҙар аша үтә, әммә был уларҙы ҡурҡытмай. Тәрән белемдәре уларға иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә булышлыҡ итә. Быйыл пандемияға бәйле балалар сарала ситтән тороп ҡатнаша һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләр, ҡаҙаныштар күрһәтә аласаҡ, – тип уртаҡлашты Республика балалар эколого-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелева.
Бынан тыш, слетта 2019 йыл һөҙөмтәһе буйынса “Иң яҡшы мәктәп урмансылығы” сморт-конкурсында еңеүсе мәктәп урмансылығы командаһы ла ҡатнаша.
Сарала ҡатнашыусыларға төрлө номинация буйынса яҙма мәсьәләләр тәҡдим ителәсәк. Эштәрҙе юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары баһалаясаҡ. Иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән йәш экологтар командалары XXVIII Республика слетында – 2021 йылда уҙасаҡ йәш экологтар һәм мәктәп урмансылыҡтары конкурсында һайлау турынан тыш ҡатнашыу хоҡуғын ала.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, ошондай саралар уҙғарыу республикала йәшәгәндәрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға, халыҡтың экологик мәҙәниәтен арттырыуға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ярҙам итә, шулай уҡ “Экология” милли проекты маҡсаттарына тулыһынса тура килә.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.