Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Август 2020, 12:15

Илһөйәр ҡыҙ

Ҡашҡа урта мәктәбе уҡыусыһы Айгөл Шакирова Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнөнә арнап шиғыр ятлаған. Һәләтле ҡыҙ тураһында түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

11 йәшлек Айгөл 5-се класҡа уҡырға бара. Ул бәләкәйҙән йырларға, бейергә, шиғыр ятларға, һүрәт төшөрөргә ярата. Быларҙың барыһына ла уның әсәһе, башланғыс кластар уҡытыусыһы Раушания Мансур ҡыҙы өйрәтә.
Раушания Мансур ҡыҙы уҡыусылары менән ауылда төрлө сараларҙа ла йыш ҡатнаша. Бөгөн Рәсәй флагы көнө уңайынан да Айгөлгә шиғыр ятлатҡан. Афарин, тиергә ҡала, сөнки нәҡ ошондай сараларҙа ҡатнашыу, балала илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләй.
Наилә Имаева.
Читайте нас