Мәшһидә Хәтәм ҡыҙы 1940 йылдың 18 авгусында бишенсе бала булып донъяға килгән. Уға атайлы булып йәшәргә насыйп булмай. Атаһы, уға ун ай булғанда, һуғышҡа китә һәм хәбәрһеҙ юғала. Ун биш йәшендә әсә наҙынан да мәхрүм ҡала. Ун һигеҙе тулыр алдынан күршегә ҡайтҡан Сәүҙә апайға эйәре, Үзбәкстанға сығып китә. Унда тимер юл буйында эшләй.
Сәүҙә апай йәш ҡыҙҙы уңғанлығы, булдыҡлылығы өсөн яратып, үҙенең апаһының малайына димләй. Шулай, 1960 йылда Мәшһидә Хәтәм ҡыҙы Хәниб Зарифьян улына кейәүгә сығып, донъя көтә башлай.Тәүҙә совхозда - төрлө эштәрҙә, артабан 19 йыл ауыл клубында техник хеҙмәткәр булып намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға сыға.
-- Бала саҡтан эшкә егелеп үҫтек. Совхозда эшләгән ваҡытта ла яҙын япраҡ бәйләп, кесерткән сабып башлай торғайныҡ, артабан баҫыуҙа йәй буйы сөгөлдөр утай инек. Балаларға ла бүлеп бирәләр ине өлөш. Һәр кем ғаилә менән эшләй ине. Унан инде бесән башлана, шулай ҡара көҙгә тиклем дауам итә. Клубҡа күскәс тә, совхоз эшенә йөрөнөк, гел генә өмәләр була торғайны. Ә бит һәр беребеҙҙең ғаиләһе, көткән донъяһы, аҙбар тулы мал-тыуары бар. Ул саҡта ғаиләләрҙә кәмендә бишәр-алтышар бала булыр ине. Уларҙы кейендерергә, уҡытырға, барыһын да йүнәтергә кәрәк. Нисек барыһына ла өлгөрөлдө икән, тип уйлап ҡуям, - тип йәш саҡтарын иҫкә төшөрҙө Мәшһидә апай.
Хәниб ағай менән 58 йыл татыу ғүмер итеп, биш бала - ике малай, өс ҡыҙ үҫтереп, уларға белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығара. Әйткәндәй, балаларҙың барыһы ла ауылда төпләнеп, матур ғаилә ҡороп, бөгөн үҙҙәре күптән атай-әсәй, дүртеһе олатай-өләсәй ҙә булып өлгөргән!
Мәшһидә Хәтәм ҡыҙы бөгөн балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, 24 ейән-ейәнсәре, ете бүлә-бүләсәрен һөйөп, уларҙың уңыштарына ҡыуанып ғүмер кисерә. Шуныһы ҡыҙғаныс, ярты быуаттан артыҡ бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәгән тормош иптәше генә ике йыл элек донъя ҡуя. Бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәткә, балаларын тәрбиәләүгә бағышлаған Мәшһидә апай бөгөн үҙе балаларының хәстәрен тойоп, уларға кәңәштәрен биреп, кәрәк саҡта ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашып, лайыҡлы ғүмер кисерә.
80-ен тултырһа ла, матур итеп донъяһын көтә, тик торорға яратмай, ҡул эштәрен дә эшләй.
Тормош юлын лайыҡлы үткән ағинәй Мәшһидә Хәтәм ҡыҙын оло юбилейы менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, йән тыныслығы, тән сихәте, аяҙ таңдар, имен көндәр, балалар шатлығына төрөнөп, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтенә күмелеп, артабан да бәхетле ғүмер итеүен теләйбеҙ.