Йыр-моңға ғашиҡ, ҡул эштәренә оҫта, ауыл һәм район тормошонда ҡайнап йәшәгән был уңған ғаиләне белмәгәндәр һирәктер. Улар үҙҙәренең күп ҡырлы һәләте менән беҙҙе һоҡландырып ҡына тора. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә фиҙаҡәр эшләп, бөгөн хаҡлы ялда булған Рәйдә Өлфәт ҡыҙы аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫта. Районда мәҙәни саралар сиктәрендә ойошторолған күргәҙмәләрҙә лә, төрлө аш-һыу бәйгеләрендә лә ул һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Гармунда уйнап, дәртле йырҙары менән байрамдарға йән өрөүсе Нәжип Әғзәметдин улын ҡышын ҡар-боҙҙан иҫ киткес матур һындар эшләүсе булараҡ та беләләр. Ижади ғаилә йола буйынса йыл һайын беренселәрҙән булып урамда, йорт алдарында күҙ яуын алырлыҡ майҙансыҡ эшләп, сағыу итеп биҙәп, башҡаларға байрам кәйефе бүләк итә. Уларҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла килеп төшөргәйне.
Ғилметдиновтар бөгөн Рәйдә апайҙың әсәһе, 41 йыл ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған мәғариф хеҙмәте ветераны Рафания Хәбибрахман ҡыҙын ҡарап, бергә йәшәй. 90 йәшен тултырһа ла, Рафания апай зирәк зиһенле, һиҙгер аңлы, камил иманлы. Күренекле шағирҙарҙың һәм үҙе яҙған шиғырҙарҙы яттан һөйләп, ул барыһын да һоҡландыра, уйландыра, сәмләндерә. Рафания апайҙың тормош иптәше Өлфәт ағай ҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы мәрхүм, ижади, һәләтле кеше була. Ул бар ғүмерен мәҙәниәткә бағышлай, уй-фекерҙәрен аҡ ҡағыҙға теркәп бара. Ҡыҙы әйтеүенсә, бер йыйынтыҡ сығарырлыҡ шиғырҙары бар уның.
Рәйдә апай менән Нәжип ағай 30 йыл бергә татыу ғүмер итеп, ҡыҙ һәм ул үҫтергән. Әйткәндәй, Радмир улдары бик оҫта һүрәт төшөрә, дизайнер һөнәрен үҙләштереп, бөгөн уңышлы эшләп йөрөй.Лилиана ҡыҙҙары ла бик һәләтле. Ул да һүрәт төшөрөргә оҫта, атаһы эшләгән ҡар һындарға буяуҙар менән йән өрә ул. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлап, Өфөлә уңышлы эшләп йөрөй. Визажист һөнәрен дә үҙләштергән.
Фотолар ғаилә архивынан алынды