Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Август 2020, 14:50

Йүнсел, тырыш, спорт һөйөүсе ғаилә

#Шәжәрәбайрамы2020#Асҡынрайоны#РеспубликахалыҡижадыүҙәгеҠашҡа ауылында йәшәүсе йүнсел, тырыш, спорт һөйөүсе Флидә һәм Илшат Ғәлләмовтар ҙа “Ғаиләм — минең ҡәлғәм” республика ғаилә ижады конкурсында ҡатнаша.

Флидә Нәфҡәт ҡыҙы менән Илшат Хисаметдин улының ғаилә ҡороуына 24 йыл. Улар өс бала – ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерә. Улдары Винер менән Юнир күптән буй еткереп, һөнәр үҙләштереп, эшләп йөрөй, ә кескәйҙәре Юлиә быйыл 4-се класҡа уҡырға бара.

Флидә Нәфҡәт ҡыҙы «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында - тәрбиәсе, ә Илшат Хисаметдин улы мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй.

- Тормош иптәшем бар эшкә лә оҫта. Буш ваҡыттарында тимерҙән иретеп төрлө әйберҙәр эшләй. Винер улым уға һәр саҡ ярҙам итә. Ағас эшенә лә оҫта, үҙенә төрлө яйланмалар эшләп ҡуйҙы. Утын ярыуҙы еңеләйтеү өсөн дә ҡоролма уйлап тапты. Бергәләп умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәбеҙ. Ауылда йәшәгәс, тик торорға ваҡыт юҡ, мал да аҫрайбыҙ, баҡса ла үҫтерәбеҙ, ҡыҫҡаһы, иртәнән кискә тиклем йүгерәбеҙ, - тип етеш тормошта йәшәү серҙәре менән бүлеште Флидә Нәфҡәт ҡыҙы.

Хәстәрлекле ата-әсә балаларына хеҙмәт тәрбиәһе лә, рухи тәрбиә лә бирергә тырыша. Бергәләп нәҫел тамырҙарын, ауыл тарихын да өйрәнә. Ете быуындарын барлап, шәжәрә ағасын да төҙөгәндәр. Шулай туғанлыҡ ҡәҙерен һаҡлап ғүмер итә Ғәлләмовтар. Ауылда үткән сараларҙа ла ихлас ҡатнашалар.

Наилә Имаева.

Читайте нас