“Нур” татар дәүләт театры республикабыҙҙа әйҙәүсе театрҙарҙың береһе. Тамашасы һөйөүен яулаған актриса — райондашыбыҙ Рида Фәхрисламова уның сағыу йондоҙона әйләнде. Күптән түгел Рида Фәһәметдин ҡыҙы күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ошо лайыҡлы награда менән яҡташыбыҙҙың үҙен дә ихлас ҡотлайбыҙ!
- Районыбыҙ күҙгә күренеп үҫә, ҙурая, төҙөкләндерелә. Уның социаль-иҡтисади хәле тотороҡлана бара. Асҡындың федераль һәм төбәк милли программаларҙа ҡатнашуын да күреп, белеп, һөйөнәбеҙ. Йорттарға газ индереү, юлдар һалыу, социаль-көнкүреш объекттарҙы төҙөкләндереү дауам итә, яңылары ла төҙөлә. Район Мәҙәниәт йортоноң да капиталь ремонттан һуң асылыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Район хакимиәте башлығы Ришат Марат улына яуаплы эшендә ҙур уңыштар, түҙемлек теләйем, шулай уҡ райондаштарыма ла ҡайнар сәләмдәр юллап, ныҡлы сәләмтәлек, бәхетле оҙон ғүмер, именлек теләйем, - тип изге теләктәрен еткерҙе яратҡан артисыбыҙ, яҡташыбыҙ Рида Фәһәметдин ҡыҙы.